“БАШКИРСКИЙ ЭКОЛОГИЧЕСКИЙ ВЕСТНИК” (“Башҡортостан экология хәбәрҙәре”), фәнни-популяр журнал. Ойоштороусылары: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР ФА, БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ. 1998 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана (2010). 2014 й. “Уральский экологический вестник” (“Урал экология хәбәрҙәре”) ж. үҙгәртелә. Журнал биттәрендә тәбиғәтте рациональ  файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың теоретик һәм практик проблемалары, экология һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре б‑са күҙәтеүҙәр һәм өйрәнеү һөҙөмтәләре; конф., кәңәшмәләр һ.б. т‑да мәҡәләләр баҫыла. Баш мөхәррирҙәре: В.Н.Майстренко (1998 й. алып), Ф.Ф.Хизбуллин (2010 й. алып), Л.Н.Белан (2012 й. алып).

Г.М.Сәфәрова

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика