БАШКИРСКАЯ 245, ҡабаҡ сорты. 1954 й. С.С.Умов тарафынан (Башҡ‑н малс‑ҡ тәжрибә ст.) урындағы популяциянан индивидуаль-күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Ауырлығы 3,4—6,1 кг, ҡаты ҡабыҡлы, түңәрәк, бер аҙ йәйенке йәки йомортҡа формаһында. Тәүҙә ҡабаҡ йәшел төҫтә була, өлгөрә башлағас, ҡабығында буй-буй һары һыҙаттар барлыҡҡа килә; өлгөрөп еткәндән һуң ҡуйы һары төҫкә инә. Составында 12,7% ҡоро матдә, 2,93% сахароза, 4,3 мг/кг каротин бар. Ҡоролоҡҡа, оҙаҡ ваҡыт (8 айға тиклем) һаҡлауға сыҙамлы. Вегетация осоро 85—90 көн. Уңдырышлылығы 295 ц/га (Өфө тәжрибә-производство хужалығы, 1981). 1957 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Э.М.Кузеев

Тәрж. С.М.Рәхимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика