БАЙЫМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 67 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 458 кеше; 1920 — 567; 1939 — 531; 1959 — 643; 1989 — 913; 2002 — 982; 2010 — 1015 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, Асҡар сәнғәт мәктәбенең филиалы, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (башҡ. халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. билдәле. Байым Ҡыҙраев исеме м‑н аталған. 1770 й. Б. И.И.Лепёхин булып китә. 1795 й. 19 йортта 158 кеше йәшәгән, 1866 й. 86 йортта — 473 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика