БАШҠОРТ МӘРКӘЗ ШУРАҺЫ, Башҡорт өлкә советы, 1917 й. 20 июлендә 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡ. милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн ойошторола. Ырымбур ҡ., 1918 й. июнь—авг. Силәбе ҡ. урынлаша, дек. алып урынын Орск өйәҙе сиктәрендә алмаштырып эшләргә мәжбүр була. Б.м.ш. Өфө губерна секретариаты һәм улус шуралары (советтары) эшмәкәрлеген координациялай. 2‑се һәм 3‑сө Бөтә башҡ. ҡоролтайҙарын саҡырыуҙы, башҡорттарҙан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды кампанияһын ойоштора. 1917 й. 15 нояб. Башҡортостандың милли‑терр. автономияһын иғлан итә (ҡара: Фармандар №1 һәм №2). 1918 й. 17 февр. Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты рәйесе бойороғо б‑са Б.м.ш. ағзаларының бер өлөшө һәм Башҡорт хөкүмәтенең бүлек мөдирҙәре ҡулға алына. Апр. башында, Ырымбурҙы башҡ. һәм казак отрядтары баҫып алған ваҡытта, улар төрмәнән азат ителә. Июндә Б.м.ш. эшен яңынан тергеҙә. Ул Башҡ. хөкүмәте үткәргән сараларға булышлыҡ итә, большевиктарға ҡаршы пропаганда алып бара, Башҡорт милли хәрәкәте ихтыяждары өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштора, башҡа милли хәрәкәттәр м‑н мөнәсәбәттәрҙе нығыта. 1919 й. 20 мартында “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” гә ҡул ҡуйылғандан һуң эшмәкәрлеген туҡтата. Б.м.ш. рәйестәре: Ш.Ә.Манатов (1917 й. июль—дек.), С.С.Атнағолов (1917 й. дек. — 1918 й. июне), Ш.Бабич (1917 й. дек. — 1918 й. июнендә вазифа башҡарыусы), С.Ғ.Мирасов (1918 й. июне — 1919 й. марты). Б.м.ш. баҫма органы — “Башҡорт” гәзите.

Әҙәб.: Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002; То же. Т.2. Ч.2. Уфа, 2002.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика