БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ, Башҡорт антиклинорийы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҙур ыңғай тектоник структураһы; дизъюнктив боҙоҡлоҡтар м‑н ҡатмарланған эре структураларҙан торған ҡалҡыулыҡ. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ сиге — төньяҡ киңлектең 56°, көньяҡ-көнсығышы һәм көньяғы — Йылайыр синклинорийы, көнбайышы — Урал алды бөгөлө, көнсығышы — Уралтау зонаһы (ҡара: Тектоника). Оҙонлоғо 250 км, киңлеге яҡынса 100 км. Ҙур булмаған рифей алды һәм палеозой ҡушылдыҡтары м‑н рифей‑венд ултырмаларынан тора. Ядроһы рифейҙың терриген-карбонат ултырмаларынан ғибәрәт, уның нигеҙендә архей‑иртә протерозой өҫтөндә йыуылып өңөлгән аҫҡы рифей ултырмалары ята. Б.м. көньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә рифей һәм венд өҫтөндә йыуылып өңөлгән ордовик ултырмалары үҫешкән; көнбайыш өлөшөндә рифей‑венд силур йәки девон ултырмалары м‑н ҡапланған, йырын тәрәнлеге кәмей, ауышыу мөйөштәре ярашмауы юҡҡа сыға. Метаморфизмдың йыйырсыҡланыу үҙенсәлеге һәм интенсивлығы б‑са Йөрәккүл ярығы м‑н сикләнгән көнбайыш һәм көнсығыш өлкәләренә айырыла. Көнбайыш өлкәһендә йыйырсыҡлы-ҙур таш киҫәкле структуралар (Алатау, Тараташ, Ямантау антиклинорийҙары, Ҡаратау структура комплексы, Инйәр синклинорийы) өҫтөнлөк итә, көнсығышта йыйырсыҡлы ҡаплау шыуҙырмалы структураларҙың (Йылайыр синклинорийы, Өпәле һ.б. антиклинорийҙар) теҙмә тибы үҫешкән. Б.м. төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге төбәк өҙөк боҙоҡлоҡтар м‑н билдәләнә. Алатау, Елмәрҙәк, Ташлы, Юрматы һ.б. ҡаплау шыуҙырмалар көнсығышҡа ауышҡан. Фаразланыуынса, тәрәнлектә улар бер һөҙәк ярлау өҫтө м‑н берләшеп һөҙәкләнә. Рифейҙа Б.м. структура яғынан Кама- Ағиҙел авлакогены м‑н бәйле булған һәм тәрән түбәнәйеү процесын кисергән (яҡынса 13 км). Вендта ҡалын ултырма ҡатламдар йыйырсыҡланған, үҙгәргән һәм ашалып йырынға әйләнгән; көнсығышта — боронғо антиклинорий, көнбайышта венд молассаһы м‑н тулған алғы бөгөл барлыҡҡа килгән. Ордовикта түбәнәйеүҙең яңы циклы башланған; палеозойҙа өлөшләтә Йүрүҙән һәм Тирлән мульдарында һаҡланып ҡалған, ҡалынлығы яҡынса 3—4 км булған һай ултырма тоҡомдарҙың ҡалын ҡатламдары тупланған. Һуңғы палеозойҙа ултырма ҡалын ҡатламдар (протерозой — икенсе ҡат) йыйырсыҡланған һәм көнбайыш йүнәлештә ҡаплау шыуҙырмалар буйлап күскән. М.А.Камалетдинов, В.А.Романов һәм байтаҡ башҡа ғалимдар Б.м. формалашыуында төп ролде көнбайышта — ҡаплау шыуҙырмаларға, көнсығышта шарьяждарға бирә. Улар ҡаплау шыуҙырмаларҙы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төҙөлөшөн билдәләгән тектоник структураларҙың һәм тектоник боҙоҡлоҡтарҙың төп элементы итеп ҡарай. Аҫҡы һәм урта рифейҙың карбонат һәм балсыҡлы карбонат ултырмаларына Силәбе өлк. — магнезит (Һатҡы) һәм тимер мәғдәндәре (Баҡал төркөмө) ятҡылыҡтары; БР‑ҙағы полиметалл (Ҡужа, Әршә), тимер (Туҡан, Әүжән төркөмдәре) мәғдәндәре, флюорит (Соран) ятҡылыҡтары тура килә. Ҡара углеродлы һәүерташтар м‑н алтын һәм аҡ алтын сығанаҡтары бәйле.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика