БАШҠОРТ ҠУРСАУЛЫҒЫ, федераль әһәмиәттәге ҡурсаулыҡ. 1929 й. Көньяҡ Уралдың бай үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, климатҡа яраҡлашҡан хайуан төрҙәрен һәм антропоген факторҙың тәбиғәткә йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында ойошторола. 1951 й. ябыла, уның терр‑яһында урман хужалығы ойошторола, 1958 й. тергеҙелә. Шул уҡ йылда Ағиҙел буйы филиалы (1986 й. алып Шүлгәнташ ҡурсаулығы) асыла. 1995 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә, Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта — Ҡағы й., көнсығышта — Уралтау һыртының көнбайыш битләүҙәре, көньяҡта — Үҙән й., көнбайышта — Ҡыраҡа һыртының көньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүҙәре. Майҙаны 49,6 мең га, терр‑яның яҡынса 80%‑ы урман м‑н ҡапланған. Рельефы уртаса таулы. Көнбайыш өлөшө тар тәрән йылға үҙәндәре м‑н бүлгеләнгән, урта өлөшө — тигеҙһеҙ, тау араһы уйпатлығы бар; көнсығыш өлөшө һөҙәк, һай һәм киң йылға һәм шишмә үҙәндәре м‑н йырғыланған. Б.ҡ. көнбайыш өлөшөндә ҡарағай һәм ҡайын урмандары таралған, улар битләүҙәрҙә һәм һырт ситтәрендә далаға әйләнгән һирәк урманға һәм таулы урман‑далаға күсә (Руйш йыланбашы, себер таштишәре, таш әреме үҫә). Көнсығыш өлөшөндә ҡайын һәм уҫаҡ урмандары өҫтөнлөк итә; битләүҙәрҙә һәм һырт ситтәрендә, йылға һәм шишмә үҙәндәрендә бәләкәй сағыл болондар бар, уларҙың үҫемлектәр япмаһында һаҙ бөрмәкәйе, йылан ҡымыҙлығы, ялан күгәрсен күҙе һ.б. асыҡланған. Һырттарҙа ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге асыҡ беленә. Флораһында яҡынса 680 төр юғары төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек иҫәпләнә: көкөрт үләне һымаҡтарҙың 4 төрө, ҡырҡбыуын һымаҡтарҙың — 6, абаға һымаҡтарҙың — 16, яланғас орлоҡлоларҙың — 4, яҡынса 650 төр сәскәле үҫемлек. 20 реликт (аҙ сәскәле зыягөл, бейек ҡамғаҡ, ваҡ сәскәле соссюрея, Гмелин торна борсағы, кавказ күрәне, оҫҡон йыуаһы, сүллек һолобашы, күп һеңерсәле туманаҡ, әрмән әреме, ябай оносма һ.б.) һәм 9 эндемик (башҡорт елемүләне, башҡорт ҡанүләне, ирәмәл эттабаны, Литвинов сырмалсығы, мугоджар кейәү үләне, урал цицербитаһы, шырт еҙүлән, энәле ҡәнәфер, ярым төҙ тырнағут) табылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 30‑ға яҡын һирәк төрө индерелгән, ш. иҫ. Залесский ҡылғаны, клобук һымаҡ неоттианта, һуғанбашлы калипсо, ысын кәкүк ситеге һ.б. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән. Фаунаһында 28 төр балыҡиҫәпләнә, 196 — ҡош, 54 — имеҙеүсе һ.б., шуларҙың 56‑һы (торна, һуна өйрәк, өкө, бурһыҡ, мышы, төлкө һ.б.) киң таралған. Ҡурсаулыҡта америка шәшкеһе, ҡабан, марал һәм ондатра климатҡа яраҡлаштырылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 43 һирәк төрө индерелгән, шуларҙың 15‑е (аполлон, айыу сиңерткәһе, мнемозина, оҫта ҡорт, европа зөгәйе, бөркөт, көсөгән, ҡарағанат, өкө һ.б.) — РФ‑тың Ҡыҙыл китабына. Б.ҡ. фәнни тикшеренеүҙәр Э.Э.Аникина, С.А.Северцов тарафынан 20 б. 30‑сы йй. башлана. 1940—80‑се йй. фауна (Н.М.Гордиюк, С.В.Кириков, Н.М.Лоскутова, Е.А.Селиванова‑Городкова, С.И. һәм Е.М. Снигиревскийҙар) һәм флораһы (М.И.Котов, Е.В.Кучеров, Н.С.Мельников, О.А.Мозговая) өйрәнелә; 90‑сы йй. ҡурсаулыҡтың таулы далалары (Т.В.Жирнова, Ю.Н.Нешатаев, М.С.Сәйетов, В.Н.Ухачёва) һәм болондары (Р.Ш.Кашапов, О.П.Мөхәмәтйәрова) тикшерелә. 21 б. башында урмандарҙы өйрәнеү үткәрелә һәм көпшәле үҫемлек төрҙәренең исемлеге төҙөлә (Жирнова, В.Б.Мартыненко, А.И.Соломещ).

Әҙәб.: Иванов В.М., Петров Е.М. Башкирский государственный заповедник // Заповедники СССР. М., 1965; Кучеров Е.В., Мулдашев А.А., Галеева А.Х. Охрана редких видов растений на Южном Урале. М., 1987; Мартыненко В.Б., Соломещ А.И., Жирнова Т.В. Леса Башкирского государственного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2003.

Е.В.Кучеров, А.Ф.Ниғмәтуллин, И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

Башҡорт ҡурсаулығы. Ҡыраҡа һырты

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика