БАШҠОРТ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмаһы. Ҡатын‑ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын, респ. ижт.‑сәйәси, иҡт., соц. һәм мәҙәни тормошондағы ролен күтәреү, ғаиләне нығытыу, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлау маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. алып эшләй. БР Ҡатын‑ҡыҙҙар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ағзаһы, Төрки телле халыҡтарҙың традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итеүсе төбәк-ара ҡатын‑ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә донъя төрки донъя ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы, “Аҡ тирмә” йәмәғәт ойошмаһы м‑н хеҙмәттәшлек итә. Эшмәкәрлегенең төп формалары: съездар, респ. район һәм ҡала көндәрен, халыҡ байрамдарын үткәреүҙә ҡатнашыу, конкурстар, фәнни‑ғәмәли конф. ойоштороу, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. “Өлгөлө йәш ғаилә”, “Һылыуҡай”, “Башҡорт милли кейеме” респ. конкурстарын, башҡ. сәсәндәре, “Иң яҡшы әсә” район конкурстарын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Шәжәрә” байрамдарын, “Бишек йыры” кисәләрен үткәреүҙә ҡатнаша. Белорет р‑нының Сермән балалар йортона, Үрге Әүжән махсус мәктәп‑интернатына һәм Үҙән балалар йортона матди ярҙам күрһәтә. “Ихлас” мәсете м‑н берлектә төрлө саралар ойоштора (“Ислам һәм ҡатын‑ҡыҙ” фәнни‑ғәмәли конф.); полиэтник мөхиттә ғаилә мәсьәләләренә бағышланған конф. ҡатнаша (Мәскәү һәм Екатеринбург ҡҡ., 2006). Ойошма булышлығында 2004 й. Яр Саллы ҡ. башҡ. мәктәбе асыла. Ойошма респ. билдәле ҡатын‑ҡыҙҙары “Мең йыллыҡтар сигендә башҡорт ҡатыны” (“Башкирская женщина на рубеже тысячелетий”; Өфө, 2000) белешмәһен, “Йәш ғаиләгә кәңәштәр” (“Советы молодой семье”; Өфө, 1995), “Әсә йылы” (“Год матери”; Өфө, 2001) методик брошюраларын һ.б. баҫмалар сығара. Ойошма м‑н Н.Х.Мәҡсүтова, Г.Р.Ситдиҡова, Ф.Ғ.Хисамитдинова, Г.Юнысова һ.б.эшмәкәрлеге бәйле.

Г.Р.Ситдиҡова

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика