БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал нефтле, газлы провинцияһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). В.Д.Наливкин (1954), Г.П.Ованесов (1962), В.С.Голубев (1967) һ.б. өйрәнә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Уҫы-Ҡалтасы бөгөлөнә ҡарата инверсия характерындағы аҫылынған структура булып тора. Башҡортостан төньяғында һәм Пермь крайы көньяҡ-көнсығышында үҫешкән, субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡ-көнсығышта — Үрге Кама уйпатлығы һәм Бым-Көңгөр уйпатлығы, көньяҡта — Благовещен уйпатлығы, көнбайышта — Бөрө биләне, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта Йүрүҙән-Сылва депрессияһы һәм Ҡаратау ҡалҡыуы м‑н сиктәш (ҡара: Тектоника). Формаһы асимметриялы. Оҙонлоғо 185 км, киңлеге 125 км. Девон терриген ултырмалары б‑са көмбәҙ өлөшө (оҙонлоғо яҡынса 200 км, киңлеге 120 км тиклем) Ҡаратау ҡалҡыуынан төньяҡ-көнбайышҡа табан күскән. Төньяҡ битләүенең үҙәк өлөшө девон һәм венд-рифей ултырмаларына үтеп инеүсе күп һанлы ваҡ йыйырсыҡтар һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге өҙөк боҙоҡлоҡтар м‑н ҡатмарланған; битләүгә ҙур булмаған көмбәҙ һәм ҡалҡыулыҡтар тура килә. Битләүенең төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш өлөштәре һөҙәк. Көньяҡ битләүендә Биштин, Бөрө-Туҡтар, Пильцев, Яңы Фёдоровка локаль ҡалҡыулыҡтар м‑н ҡатмарланған структур баҫҡыстарына бәйле субкиңлектәге ярыҡтар үҫешкән; субмеридиональ йүнәлештәге боҙоҡлоҡтарҙа Казанка, Сураш, Өфө-Каменка бөгөлдәре урынлашҡан. Битләүҙең көньяҡ-көнбайыш өлөшө тар һәм текә. Көнбайыш битләүе Ҡоҙаш мульдаһын ситләтеп үтә. Көнсығыш битләүе субмеридиональ йүнәлештәге күсеп менгән һәм аҫҡа убылып төшкән структуралар м‑н ҡатмарлана. Аҫҡы пермь ултырмалары б‑са көмбәҙ өлөшө төньяҡ-көнсығышҡа күскән һәм Өфө яйлаһы рәүешендә айырыла. Структурала бейеклеге 55—65 м, оҙонлоғо 35—50 км, киңлеге яҡынса 25 км булған субкиңлек (Көнбайыш Башҡорт, Көньяҡ Башҡорт, Нуриман, Уръябаш-Сөрауыл) һәм субмеридиональ валдар урынлашҡан. Көнсығыш өлөшө көңгөр ярусы ултырмаларының һәм әртә ярусының байтаҡ өлөшө булмауы м‑н айырыла. Палеозой алды осоронда Б.к. Пермь-Башҡорт көмбәҙе составына инә, девон һәм карбонда Осинцев-Башҡорт көмбәҙенең битләүе була, пермдә — бөгөнгө структурала. Б.к. 24 нефть ятҡылығы, ш. иҫ. Борай нефть ятҡылығы, Ҡушкүл нефть ятҡылығы асылған.

Әҙәб.: Ованесов Г.П. Формирование залежей нефти и газа в Башкирии, их классификация и методы поисков. М., 1962; Хачатрян Р.О. Тектоническое развитие и нефтегазоносность Волжско-Камской антеклизы. М., 1979.

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика