БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ, өҫ, баш һәм аяҡ кейеменән, ш. уҡ традицион биҙәүестәрҙән торған. Көндәлек, байрам һәм йола кейеме булған. Кейем тегеү өсөн туҡымалар (ҡара: Туҡыусылыҡ), буҫтау (ҡара: Тула баҫыу), кейеҙ (ҡара: Кейеҙ баҫыу), иләнгән йәнлек тиреләре (ҡара: Күн эше), иләнгән еп (ҡара: Бәйләү), ситтән килтерелгән ебәк һәм кизе‑мамыҡ туҡымалар (бәрхәт, барса, ситса һ.б.) ҡулланылған. Уны биҙәкләү өсөн аппликация, сигеү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең башҡа төрҙәрен файҙаланғандар. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек кейеме нигеҙен мул итеп беселгән, тура еңле оҙон күлдәк тәшкил иткән; ирҙәр уны салбар тышынан һалып, туҡыма йәки күн билғау (ҡәмәр, ҡайыш), йөн билбау м‑н быуып йөрөгән. Ҡайтарма йәки ултырма киң яғалы ирҙәр күлдәгенең иҙеүе муйын тапҡырында суҡлы ишмә бау м‑н бәйләп ҡуйылған. Ыштан аҡ, буйлы, ҡыҙыл киндерҙән йәки кизе‑мамыҡтан тура мөйөшлө ҡыйыҡ ҡушып тегелгән; һалҡын миҙгелдәрҙә буҫтауҙан йәки башҡа беше тауарҙан тегелгән тарыраҡ балаҡлы ыштан (салбар) кейгәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ күлдәге тотош (итәк осона тар йәки киң ҡатмар ҡуйып) йәки өҙөк билле итеп беселгән (итәге бил йәки янбаш тапҡырында ҡушылған), ултырма яғалы булған. Күлдәк эсенән күкрәккә туҡыма түшелдерек бәйләгәндәр. Иҙеүен, еңен, итәк остарын сигеү һәм төрлө төҫтәге таҫмалар м‑н биҙәгәндәр. Көндәлек өҫкө кейем төрҙәренә бишмәт, елән, кәзәкей, камзул һәм сәкмән ингән. Төрлө тундар, ш. иҫ. ең буйына һәм арҡаһына ял ҡушып йылҡы тиреһенән тегелгән йылҡы тундар, толоптар, бәрәс тиреһенән тегелгән күрпәләр ҡышҡы кейем булған. Ҡатын‑ҡыҙ йышыраҡ һырылған көпө кейгән. Өҫкө кейем күп осраҡта билле, һирәгерәк тура (тундар, сәкмәндәр) булған. Ирҙәр баш кейеме һарыҡ тиреһенән, башҡа төр тиренән, кейеҙҙән, туҡымаларҙан тегелгән. Ирҙәрҙең йәше- ҡарты көндәлек тормошта түбәтәй кейеп йөрөгән; оло йәштәгеләр тоноҡ, йәштәр һәм урта йәштәгеләр сағыу төҫтәге, йөн йәки ебәк м‑н сигелгән, уҡа, суҡтар, сәйлән, мәрйен м‑н биҙәлгән түбәтәй кейгән. Бөтә төбәктәрҙә бүректәр киң таралған була, ҡамсат бүрек, ҡама бүрек, төлкө, һеләүһен тиреһенән тегелгәндәре, ш. уҡ кейеҙ ҡалпаҡ, киң йәки тар ситле эшләпәләр айырыуса юғары баһаланған. Хәлле башҡорттар башына фәс кейгән. Бәрхәт йәки төҫлө буҫтауҙан тегелгән, якорь рәүешендәге ҡайтармалы ситтәре уҡа м‑н биҙәлгән бейек түбәле бүрек башҡ. старшиналары кейеменә хас булған. Ҡышын көньяҡ башҡорттары тире, кейеҙ йәки буҫтау ҡолаҡсын кейгән. Ҡатын‑ҡыҙ күпселек осраҡта яулыҡ ябынған, өҫтөнән ебәк, кешмир йәки йөн шәл бөркәнгән йәки мәрйенле ҡашмау кейгән. Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ таҫтар, кейәүҙәге йәш ҡатындар иңбаштарына төшөп торған биҙәлгән ҡушъяулыҡ ябынған. Улар аҫтынан ҡашуҡа йәки ҡалпаҡ кейгәндәр. Ҡалпаҡтың түбәтәйгә оҡшаш түңәрәк яҫы төплөһө (бәләкәй ҡалпаҡ) һәм йомшаҡ түңәрәкләтелгән ҡайтармалыһы булған; өлкән йәштәге ҡатын‑ҡыҙ ҡайһы ваҡыт аҡ кизе‑мамыҡ ептән бәйләнгән бейек (аҡ ҡалпаҡ) йәки киндер туҡыманан тегелгән (мамыҡ ҡалпаҡ) ҡалпаҡ кейгән. Бай башҡ. ҡатындары яҫы бәрхәт түбәле, киң ҡама ситле йөн бүректә йөрөгән. Аяҡ кейеме күндән, ҡайһы ваҡыт буҫтау ҡушып тегелгән. Ҡата, сарыҡ ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ араһында айырыуса киң таралған була. Ҡарттар ситек кейгән. Даға ҡағылған үксәле ҡатын‑ҡыҙ итектәрен сигә, ҡайылған йөй, суҡтар м‑н биҙәгәндәр. Ҡышын һунарсылар һәм ағас йығыусылар табан аҫтында бау м‑н бөрҙөрөп ҡуйылған буҫтау йәки киндер тышлыҡ м‑н көпләнгән, йылҡы, һыйыр йәки мышы тиреһенән тегелгән аяҡ кейемендә йөрөгән. Төньяҡ райондарҙа йәйен һәм көҙөн эшкә сабата кейгәндәр. Күн, тире, йүкә аяҡ кейеме эсенән тула, кейеҙ, йөн ойоҡ кейгәндәр, сылғау урағандар. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ байрам һәм туй кейеме нағыш, уҡа м‑н биҙәлгән төҫлө күлдәктән; мәрйен һәм ебәк м‑н сигелгән елән, сәкмән, камзулдан һ.б. торған. Ҡатын‑ҡыҙҙың туй һәм байрам кейемдәре иҫәбенә билле, киң итәкле, тәңкәләр, мәрйендәр м‑н биҙәлгән сағыу төҫлө буҫтау, елән йәки сәкмән дә ингән. Б.к. муйынсаҡ, хәситә, дәүәт, әмәйлек, беләҙек, балдаҡ, йөҙөк, һырға, сулпы, сәс биҙәүестәре һ.б. тулыландырған. Мәрйен, сәйлән, тәңкә, айылдар м‑н биҙәлгән башкейем һәм ҡашмау байрам баш кейемдәре иҫәпләнгән. Төҫлө бәрхәт йәки ебәк м‑н көпләнгән, ҡама тиреһе м‑н ҡаймаланған төлкө тун, баҫа тун йола кейеме булған; бындай кейемде кейәү буласаҡ ҡәйнәһенә бүләк иткән (ҡара: Ҡалым). Түбәтәй йәки эшләпәгә аҡ туҡыма урап яһалған сәллә йола баш кейеме булған; уны намаҙға баҫҡанда кейгәндәр, дин әһелдәре һәр саҡ сәлләлә йөрөгән. 20 б. 60‑сы йй. өҫ һәм баш кейеменең, биҙәүестәрҙең төп төрҙәрен системалы картографиялау ысулы м‑н терр. кейем йыйылмалары төркөмләнгән: көньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ‑көнбайыш, Һамар‑Ырғыҙ, төньяҡ‑көнбайыш, көнсығыш һәм үҙәк. Көньяҡ- көнсығыш кейем йыйылмаһы Башҡортостандың тау‑урман, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарын үҙ эсенә алған. Аҫҡы яғы мәрйен селтәр һәм суҡ м‑н биҙәлгән оҙон түшелдерек уның төп үҙенсәлеге булған. Төньяҡ- көнсығыш, көнсығыш (Урал аръяғы) һәм Инйәр (үҙәк йыйылма) башҡ. ҡатын- ҡыҙҙары кейеме айырылып торған. Бында ҙур ҡушъяулыҡ м‑н трапеция рәүешендәге түшелдерек (көнсығыш Урал аръяғында — яға; Инйәр басс. — һаҡал; Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында — муйынса) мотлаҡ элемент һаналған. Шул уҡ ваҡытта һәр йыйылма үҙенсәлекле булған. Инйәр һәм Урал аръяғы башҡорттары аппликация м‑н биҙәлгән буҫтау ҡуныслы аяҡ кейеме кейгән. Төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш Урал аръяғы башҡорттарында байрамса ҡатын-ҡыҙ кейеменә сигеүле алъяпҡыс өҫтәлгән. Башҡортостандың төньяҡ райондарында ирҙәр кейеҙ эшләпә, ҡатын‑ҡыҙ төрлө ҡалпаҡ кейгән. Төньяҡ-көнбайыш йыйылмаһы (Ағиҙел һәм Ҡариҙел, Ағиҙел һәм Ыҡ йй. араһы) Б.к. барлыҡҡа килеүгә ултыраҡ халыҡтарҙың (мишәрҙәр, татарҙар, удмурттар һ.б.) көндәлек кейеме ҙур йоғонто яһаған. 20 б. төбәктең соц.‑иҡт. үҫешендәге үҙгәрештәргә бәйле, Б.к. халыҡсан традицияларының күпселеге юғала; 50‑се йй. алып улар биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә һәм БР‑ҙың фольклор ансамблдәрендә тергеҙелә.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика