БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮҘӘРЕ, билдәле бер халыҡ төркөмдәренең хужалыҡ итеү ҡоролошона бәйле, малға көтөүлектәр эҙләп, күсеп йөрөүе (ҡара: Күсмә тормош, Малсылыҡ). 5—10 ғаиләнән торған бер күсмә төркөм эсендә ғәҙәттә бер ырыу ағзалары күсеп йөрөгән. Б.й. төрҙәре — яҙлау, йәйләү, көҙләү һәм ҡышлау. Күсеп йөрөү урынының төрөнә ҡарап, туҡталыу урыны айырылған: яҙғы йорт, йәйге йорт, көҙгө йорт һәм ҡышҡы йорт. Быуаттар буйына күсеп йөрөү өсөн файҙаланылған туҡталыу урындары аныҡ тәғәйенләнешле һәм исемле булған. Киләһе йылға элекке урындан аҙ ғына ситтәрәк, ләкин бер үк көтөүлек ерҙәрендә урынлашҡандар. Яҙлауға малды апр. аҙағында ҡыуғандар. Яҙғы көтөүлектәр ғәҙәттә ҡыш арыҡланған мал ашап, алыҫ йәйләүҙәргә барып етерлек көс йыйһын өсөн, ҡышҡы йортҡа яҡын булған. Был осорҙа халыҡ һарыҡ йөнөн ҡырҡҡан һәм яҙғы сәсеү эштәре м‑н шөғөлләнгән. Баҫыуға йәнәш көтөүлектәрҙе иртә яҙҙан алып уңышты йыйып алғанға тиклем кәртәләп тотҡандар, улар аша үткән юлдарға ҡапҡа эшләгәндәр. Май аҙағында, сәсеү тамамланғандан һуң, йәйләүҙең иң алыҫ туҡталыу урынына юлланғандар, ул бер нисә тиҫтә, хатта йөҙәр километр алыҫлыҡта булған. Артабан ҡышҡы йорт яғына ыңғайлап, йәй эсендә 3—6 тапҡыр урын алмаштырғандар, ул көтөүлектәрҙең сифатына һәм ер биләмәләренең (ҡара: Аҫабалыҡ) ҙурлығына бәйле булған. Бер күсмә төркөмдөң уртаҡ көтөүе йөрөгән көтөүлектәр ғәҙәттә йылға йәки күл буйында урынлашҡан. Башҡорттарҙың йәйләүҙәрендә торлаҡтың төрлө типтары осраған. Ҡыҫҡа ваҡытлы туҡталыу урындарында, ш. уҡ көньяҡ һәм дала райондарында ғәҙәттә тирмә, ҡыуыш йәки аласыҡ ҡорғандар. Тирмәләрҙе асыҡ урында йылға йәки күл буйына бер рәт итеп теҙеп, ауыҙы м‑н далаға ҡаратып ҡорғандар, тауҙар араһында өйкөм итеп урынлаштырғандар. Ҡайһы ваҡыт күсмә халыҡтарҙың боронғо йолаларына ярашлы, даға рәүешендә — ярым түңәрәк итеп ултыртҡандар. Оҙайлыраҡ ваҡытҡа туҡтай торған урында һәм тауҙар араһында бурама йәки бура аласыҡ һалғандар. Йәйге йорт уртаһында, бергәләп тотоноу өсөн, ҡаҙан аҫып, усаҡ ҡорғандар, ҡайһы ваҡыт икмәк һалыу өсөн мейес сығарғандар. Ситтәрәк йәш мал өсөн лапаҫтар һәм ат егеү кәрәк-ярағы, эйәрҙәр, ш. уҡ хужалыҡ әйберҙәре ҡуйыр өсөн ҡыуыш ҡорғандар. Ҙур көтөүҙәре булған хәлле башҡорттар мал ҡарау өсөн көтөүсе яллаған. Мал көтөүҙән тыш, йәйен ирҙәр балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, үреү, бесән сабыу, тире иләү (ҡара: Күн эше), ҡатын‑ҡыҙ балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, тула баҫыу (ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте) һәм ҡышҡа ризыҡ әҙерләү — ҡорот ҡайнатыу, емеш‑еләк, сәтләүек һәм дарыу үләндәре йыйыу м‑н шөғөлләнгән. Көҙ яҡынлашыу м‑н, мал көҙгө йорт яғына ҡыуылған, ул йыш ҡына яҙғы йорт (уларҙа йәй эсендә үлән күтәрелгән) м‑н бер ерҙә булған. Көҙөн тағы һарыҡ йөнөн ҡырҡҡандар, уңыш йыйыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Һалҡындар башланыу м‑н, ҡышҡы йортҡа ҡайтҡандар, ул ғәҙәттә ҡалҡыу урында йәки таулы үҙәндә урынлашҡан, унда даими торлаҡ (ҡышлаҡ, ҡышҡы йорт, төп йорт) булған. Һуңыраҡ традицион ҡышҡы йорттар урынында ауылдар барлыҡҡа килгән. Малды яҡындағы ҡышҡы көтөүлеккә тибенгә ебәргәндәр. Төнгөлөккә малды йылы һарайға (мал торлағы, аҙбар, кәртә‑ҡура, аран; ҡара: Хужалыҡ ҡаралтылары) һәм ер өйгә индергәндәр. Ҡышҡы осорҙа күп һанлы малды аҫрау өсөн утарҙар ҡоролған. Ҡышын ирҙәр һунарсылыҡ, ағас ҡырҡыу, утын әҙерләү, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы яһау һ.б. кәсептәр м‑н мәшғүл булған; ҡатын- ҡыҙ туҡыусылыҡ, йөн эшкәртеү, бәйләү, йәш малды тәрбиәләү м‑н шөғөлләнгән.

М.Р.Мирхәйҙәрова, Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика