БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1704—11), Алдар яуы, Күсем яуы, башҡ. ерҙәрен баҫып алыуҙың көсәйеүе, һалым һәм йөкләмәләрҙең артыуы, христианлаштырыуға ынтылыш һәм Өфө воеводаларының башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Инициаторҙар һәм төп көс булып башҡорттар тора, уларға мари, мишәр, сыуаш, татар, удмурттар ҡушыла. Етәкс.: Алдар Иҫәнгилдин (ҡара: Алдар), Дөмәй Ишкәев, Күсем Түләкәев, Имән, Морат, Ураҡай Юлдашбаев, Хажи Аҡҡусҡаров һ.б. Үҙ аллы 4 Б.и. айырыла: 1704—06 йй., 1707— 08 йй., 1709—10 йй., 1711 йылда. Төп лозунгыһы — Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарының үтәлеүе өсөн көрәш. 1704 й. окт. Өфө янында 4 даруғанан һайланған башҡорттарға прибыльщиктар А.Жихарев һәм М.Дохов башҡ. балыҡсылыҡ ерҙәрен һәм уларға сиктәш ерҙәрҙе ҡаҙнаға тартып алыу, яңы һалымдар (мунсалар, яҫмалар, ҡапҡалар, дуғалар, ҡалымдар, йылҡы тиреләре, тирмәндәр, мәсеттәр, мәсеттәрҙә намаҙ уҡыусылар, тәҙрәләр, мейестәр, баҙҙар, мәкеләр, туйҙар, умарталар, ҡамыттар һ.б. өсөн түләүҙәр) индереү, халыҡ иҫәбен алыу һәм төбәктең мосолман халҡының дини ҡараштарын сикләүсе күп саралар күреләсәге т‑да батша указын иғлан итә. Указға риза булмаған башҡорттар прибыльщиктарҙы туҡмай. 1705 й. башында Башҡортостанға Ҡазандан комиссар А.С.Сергеев етәкс. 4 пехота һәм 2 атлы полк ебәрелә. Өфөлә Сергеев һайланған башҡорттарҙан армия ихтыяжы өсөн 20 мең ат талап итә. Баш тартҡан өсөн улар ҡаты язалана (9 кеше үлә). Һайланған башҡорттар 5 мең (һәр даруғанан 1,3‑әр мең) ат бирергә ризалашырға мәжбүр була. 1705 й. яҙында ат йыйыу һалдаттар тарафынан халыҡты тотош бер талауға әүерелә һәм башҡорттарҙың ҡораллы сығышына алып килә. Нуғай даруғаһы баш күтәреүселәре — Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы янында, Ҡазан даруғаһыныҡылар Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләре тирәһендә хәрәкәт итә. Ихтилалдың киңәйеүенән ҡурҡып, властар башҡорттарға батшаға ғариза м‑н мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә. 1706 й. башында 4 даруға башҡорттары йыйынында ғариза төҙөлә, унда башҡ. ерҙәрен тартып алыуға, һалымдарҙың артыуына ризаһыҙлыҡ белдерелә. Мәскәүгә 8 кешенән (Ҡазан даруғаһынан — Дөмәй Ишкәев, Урсай Мәтиҡов, Үсәй Биғәнәев, Нуғайҙан — Тимербулат Яҡшыуанов, Уҫынан — Ысмаҡ Исаев, Тыныс Тереғолов, Себерҙән — Ишбай Нәбисов, Сирағол Туйгилдин) торған делегация ебәрелә; унда илселәр ҡулға алынып, Ҡазанға оҙатыла. Бында улар төрмәгә ябыла, Дөмәй Ишкәев язалап үлтерелә. Был 1707—08 йй. яңы хәрәкәт башланыуға һылтау була. Июлдә башҡ. илселәре Морат етәкс. төрөк солтаны һәм Ҡырым ханы м‑н һөйләшеүҙәр өсөн Ҡырымға йүнәлә, ләкин яҡлау тапмай. 1706 й. көҙө — 1707 й. йәйендә баш күтәреүселәр Урта Волга буйы һәм Төньяҡ Кавказдың мосолман халҡы м‑н бәйләнеш булдыра. Сент. кенәз И.Ураков етәкс. хөкүмәт отряды Нуғай даруғаһы Бөрйән улусының бер нисә башҡ. ауылын туҙҙыра. Дек. Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы янында Алдар Иҫәнгилдин м‑н Күсем Түләкәев етәкс. баш күтәреүселәр П.И.Хохлов етәкс. иткән хөкүмәт полкын ҡыйрата. Дек. Өфө, Өфө өйәҙенең батша һарайы крәҫтиәндәре йәшәгән Ҡаракүл (хәҙ. Удмурт респ. Ҡаракүл р‑ны) һәм Ҡазан өйәҙенең Сарапул аа. ҡамала, Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләре янында һуғыштар бара (Зәй ҡәлғәһе баҫып алына). Вятка, Ҡазан һәм Көңгөр өйәҙҙәрендә башҡорттарҙы урындағы урыҫ булмаған халыҡ яҡлап сыға. Дек. аҙағында хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы итеп воевода кенәз П.И.Хованский тәғәйенләнә. 1708 й. башында баш күтәреүселәр (30—40 мең кеше) Кама й. аша сыға, Өфө өйәҙенең Илбахты а., Сирмеш, Ялан аа. туҙҙыра, Чистое Поле а. (хәҙ. ТР) баҫып ала, Көңгөрҙө, Алабуға а. һәм Ҡазан өйәҙенең башҡа торама пункттарын ҡамай. Февр. Морат Төньяҡ Кавказдағы ихтилалға (Морат ихтилалы) етәкс. итә. Баш күтәреүселәрҙең (башҡорттар, боласы казактар, ҡумыҡтар, нуғайҙар, чечендар һ.б.) берләшкән отрядтары Әстерхан өйәҙенең Терский ҡаласығын ҡамай, ләкин тиҙҙән хөкүмәт ғәскәрҙәренән еңелә. Хованский Ҡазанға яҡынлашып килгән баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәр башлай. Мартта Рәсәй хөкүмәте вәкилдәре м‑н ҡалмыҡ ханы Әйүкә араһында ҡалмыҡтарҙы баш күтәреүселәргә ҡаршы йүнәлтеү т‑да һөйләшеүҙәр була. Хованский ғәскәре (9 меңгә яҡын кеше) м‑н Алабуғаға килә, бында ул баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәрҙе дауам итә, һөҙөмтәлә көнбайыш Башҡортостан башҡорттары ярлыҡау һорарға мәжбүр була. 1708 й. апр.—майында баш күтәреүселәр Булавин ихтилалында (1707—1709) ҡатнашыусылар м‑н бәйләнеш булдыра. Май аҙағы — июнь башында Хованский батша исеменән баш күтәреүселәрҙең бөтә талаптарын ҡәнәғәтләндерә һәм ихтилал туҡтай. Йәйен—көҙөн властар килешеүҙе боҙа, был 1709—10 йй. яңы хәрәкәт башланыуға килтерә. Баш күтәреүселәр ҡарағалпаҡ ханы м‑н союз төҙөй. 1709 й. башында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары йыйынында ҡарағалпаҡ ханының туғаны башҡ. ханы итеп һайлана. 1709 й. апр. баш күтәреүселәр Урал аръяғында әүҙем хәрәкәт башлай, Исәт (Тубыл й. ҡушылдығы), Мейәс, Тинес (Исәт й. ҡушылдығы) йй. араһындағы һәм Көңгөр өйәҙендәге нығытылған пункттарға һөжүм яһала. Йәйен баш күтәреүселәргә бер нисә мең ҡарағалпаҡ килеп ҡушыла. Авг. уртаһы — нояб. баш күтәреүселәр Тубыл й. буйындағы бер нисә ҡәлғә, баструк һәм биҫтәне ҡамай. 1710 й. уларҙың ҡарағалпаҡтар м‑н союзы тарҡала. Февр. баш күтәреүселәргә ҡаршы Тубылдан полк. Л.Парфентьев етәкс. хөкүмәт отряды ебәрелә. Майҙа ихтилал яңынан башлана. Баш күтәреүселәр Себер губ. Тубыл өйәҙе Арамил биҫтәһе, Колчедан бастругы, Уктус з‑ды янында хәрәкәт итә, ш. уҡ өйәҙҙең Белояр биҫтәһенә һөжүм итә. Йәйен хөкүмәт уларға ҡаршы 2 регуляр полк һәм 5 меңлек ҡалмыҡ атлы отрядын ебәрә. Көҙөн баш күтәреүселәр көрәште туҡтата. 1711 й. йәйендә ҡарағалпаҡтар ярҙамында ихтилал Ҡазан һәм Нуғай даруғаларында яңынан башланып китә. Баш күтәреүселәр Өфөгә яҡынлаша. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ихтилал тамамлана. Уның барышында баш күтәреүселәрҙең төп талаптары ҡәнәғәтләндерелә: башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы раҫлана, прибыльщиктарҙың талаптары ғәмәлдән сығарыла, Ҡазан һәм Өфө властарының башбаштаҡлыҡтары ғәйепләнә.

Әҙәб.: Аҡманов И.Ғ. XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998; Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936; Лебедев В.И. Башкирское восстание 1705—1711 гг. //Исторические записки. М., 1937. Т.1.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика