БАШҠОРТ ИХТИЛАЛЫ (1662—64), башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, һалымдарҙың артыуы, Өфө өйәҙе хакимиәтенең башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында ҡалмыҡтарҙың башҡ. ерҙәрен баҫып алыуы Б.и. сәбәп була. Етәкс.: Аҙнағол Ырыҫҡолов, Арыҫланбәк Бәккин, Бикйән Туҡтамышев, Ғәүер Аҡбулатов, Һары Мәргән һ.б. Инициаторҙар һәм төп көс булып башҡорттар тора, уларға манси, мари, татарҙар ҡушыла. Башҡорттар Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын (ҡара: Жалованный грамоталар) үтәүҙе талап итә. Б.и. 1662 й. йәйендә Урал аръяғында башлана. Башҡорттар Ҡатай бастругына, Невьянск һәм Далмат Успение ир‑егеттәр монастырҙарына, Ощепков ҡәлғәһенә, Верхотор өйәҙенең Павлов монастырына, Минзәләгә, Өфөгә һ.б. торама пункттарға һөжүм итә, Көңгөрҙө, Степанов бастругын, Верхотор өйәҙенең Воздвиженка һәм Рождественка монастырҙарын, Тубыл өйәҙенең Мырҙа биҫтәһен, Сылва й. (Кама й. ҡушылдығы) буйындағы монастырь ауылдарын баҫып ала. Баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәшкә йәйен Тубылдан Д.Полуэктов, Төмәндән И.М.Павлов, И.Блудов һәм У.Сниттер, көҙөн Ҡазандан воевода кенәз Ф.Ф.Волконский етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре ебәрелә. Авг. баш күтәреүселәр Верхотор өйәҙе Белослудск һәм Эрбеттамаҡ биҫтәләрен баҫып ала. Көҙөн окт. Иртәш күле янында баш күтәреүселәр м‑н Полуэктов етәкс. хөкүмәт отряды араһында ҡаты алыш була. Волконский Себер даруғаһының Балыҡсы, Ҡыр‑Көҙәй, һәм Әй улустарына хөкүмәт отрядтарын ебәрә, бер үк ваҡытта башҡорттарға көрәште туҡтатырға саҡырып мөрәжәғәт итә. Баш күтәреүселәрҙең бер өлөшө, властарға Ғәүер Аҡбулатовты һәм Үләкәйҙе тотоп биреп, көрәште туҡтата. 1663 й. ҡышында Себер даруғаһы баш күтәреүселәренә Себер батшаһының улы Көсөк килә. Ҡазан даруғаһы һәм Нуғай даруғаһы башҡорттары тайшалар Әйүкә һәм Дайчин м‑н ихтилалға ҡушылыу т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Мартта Тубыл воеводаһы м‑н Арыҫланбәк Бәккин етәкс. иткән баш күтәреүселәр араһында тыныс һөйләшеүҙәр була, ләкин улар һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Яҙын Б.и. тотош Башҡортостанға яңынан тарала. Урал аръяғы баш күтәреүселәре Эрбет, Нейва (Тор й. басс.), Исәт йй. (Тубыл й. ҡушылдығы) буйында хәрәкәт итә, башҡ. ерҙәрендә төҙөлгән баструк, биҫтә, монастырҙарға һөжүм итә. Ҡазан һәм Нуғай даруғалары баш күтәреүселәре Өфө һәм Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләре тирәһендә хәрәкәт итә. Окт. баш күтәреүселәр Верхотор өйәҙенең Ҡарға, Эрбет, Эрбеттамаҡ биҫтәләренә һәм яҡындағы башҡа торама пункттарға һөжүм яһай, Полуэктов етәкс. хөкүмәт отрядын тар‑мар итә. 1663 й. нояб. 4 даруға баш күтәреүселәренең берләшкән көстәре м‑н Өфөгә һөжүм итеү планлаштырыла. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Себер даруғаһы башҡорттары отряды билдәләнгән урынға килмәй, һөҙөмтәлә поход өҙөлә. Өфө хакимиәте һөйләшеүҙәр башлау тәҡдиме м‑н баш күтәреүселәргә яңынан мөрәжәғәт итә. 1663 й. аҙ. — 1664 й. башында Нуғай даруғаһы башҡорттары м‑н хөкүмәт вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр була. Мәскәүгә ебәрелгән илселәр Аҡтай Дуҫмөхәмәтов м‑н Динмөхәмәт Юлаевты батша Алексей Михайлович ҡабул итә, һәм улар баш күтәреүселәрҙең талаптарын ҡәнәғәтләндереүсе жалованный грамота ала. Ләкин Урал аръяғында көрәш дауам итә. 1664 й. яҙында Себер даруғаһының башҡорт улустарына Полуэктов етәкс. язалау экспедицияһы ойошторола, уның барышында баш күтәреүселәрҙең ауылдары тар‑мар ителә (Арыҫланбәк Бәккин һәм уның ғаилә ағзалары үлтерелә). Июлдә баш күтәреүселәр Невьянск монастырын баҫып ала, Верхотор өйәҙенең Краснопольск биҫтәһенә, Мырҙа биҫтәһенә һөжүм итә, В.Бланк етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғыштар алып бара. Сент. улар Тубыл өйәҙенең Беляк биҫтәһенә һөжүм итә, Мехонск бастругын ҡамай. 1664 й. көрәш Ҡазан даруғаһында дауам итә, унда йәйен—көҙөн ҡыҙыу хәрәкәттәр бара. Властар Ҡазан даруғаһы башҡорттарына ихтилалды туҡтатырға саҡырып бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Көҙөн баш күтәреүселәр үҙ илселәрен Өфө воеводаһы м‑н һөйләшеүҙәргә ебәрә һәм көрәште туҡтата. 1665 й. ҡышында Себер даруғаһы баш күтәреүселәре Тубыл воеводаһы м‑н килешеү төҙөй. Хөкүмәт баш күтәреүселәрҙең төп талаптарын ҡәнәғәтләндерә: башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын рәсми рәүештә раҫлай; яһаҡ йыйыусыларҙың башбаштаҡлығын туҡтатырға вәғәҙә бирә; Өфө воеводаһы кенәз А.М.Волконский ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыла, башҡорттарҙың һорауы б‑са уның урынына Ф.И.Сомов ҡуйыла, уға ер һ.б. мәсьәләләр б‑са башҡорттарҙың үтенестәрен ҡәнәғәтләндереү бурысы йөкмәтелә.

Әҙәб.: Устюгов Н.В. Башкирское восстание 1662—1664 гг. //Исторические записки. М., 1947. Т.24.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика