БАШҠОРТ ИХТИЛАЛДАРЫ (1735—40), башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу, Ырымбур экспедицияһын (1734—44) ойоштороу, батша хөкүмәтенең Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоуы һәм төбәктә колониаль сәйәсәткә күсеүе һөҙөмтәһендә тыуа [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. 3 Б.и. була: 1735—36 йй., 1737— 38 йй., 1739—40 йылдарҙа. Инициаторҙар һәм төп көс — башҡорттар. 1735—36 йй. башҡорт ихтилалы. Июндә Ур й. тамағына ҡала‑ҡәлғә төҙөү өсөн Өфөнән Ырымбур комиссияһы ғәскәрҙәренең килеүе сәбәп була. Килмәк Нурышев, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов етәкс. итә. 1735 й. июлендә Нуғай даруғаһы башҡорттары Килмәк Нурышев етәкс. Ергән тауынан көньяҡтараҡ Экспедиция ғәскәрҙәренә һөжүм итә. Баш күтәреүселәр июль уртаһынан төбәктең, ш. иҫ. Кама аръяғы сик һыҙығының, күп ҡәлғәләренә һөжүм итә. Хәрәкәткә Уҫы даруғаһы, Ҡазан даруғаһы һәм Себер даруғаһында йәшәүселәр ҡушыла. Авг. Б.и. баҫтырыуҙы ойоштороу өсөн Башҡорт эштәре комиссияһы төҙөлә, нач. итеп ген.‑лейт. А.И.Румянцев тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә баш күтәреүселәргә ҡаршы 3 регуляр полк, 500 Яйыҡ казагы, 3 мең ҡалмыҡ ебәрелә. Сент. Байрас Йәнырыҫов һәм Йосоп Арыҡов етәкс. иткән Себер башҡорттары отряды Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе) янында Ырымбурға нигеҙ һалыу урынына китеп барыусы ылауға һөжүм итә. Сент. Килмәк Нурышев һәм Аҡай Күсемов етәкс. баш күтәреүселәр отряды (2—3 мең кеше) Өфө тирәһендә туплана, Өфө провинцияһы Вознесенский а. (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Чесноковка а.) баҫып ала. Румянцев баш күтәреүселәргә һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итә. Ҡазан даруғаһы баш күтәреүселәренең бер өлөшө ярлыҡау һорап килә, күпселеге көрәште дауам итә. 2—6 окт. Ашҡаҙар й. буйында баш күтәреүселәр Ырымбур экспедицияһы нач. И.К.Кирилов ғәскәрҙәренә һөжүм итә. Румянцев бойороғо б‑са окт. Кирилов (Нуғай даруғаһында) һәм уның ярҙамсыһы А.И.Тевкелев (Урал аръяғында) һуғыш хәрәкәттәрен туҡтатып торорға мәжбүр була. Окт. аҙағы — нояб. башында Минзәлә янында һөйләшеүҙәр башлауҙы хуплаусы баш күтәреүселәрҙең 2 йыйыны була. Ләкин Урал аръяғы башҡорттары көрәште дауам итә, 22 дек. улар Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе янында Себер губернаһының Тубыл өйәҙе Тинес биҫтәһенән Ырымбурға китеп барыусы аҙыҡ‑түлек тейәгән ылауға һөжүм итә. 1736 й. ғин. уртаһында Йосоп Арыҡов етәкс. иткән баш күтәреүселәр Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен баҫып ала, Тевкелев командаһына һөжүм әҙерләй. Баш күтәреүселәрҙең был ниәтен белеп ҡалған Тевкелев командаһын Себер даруғаһы башҡорттарынан үс алыуға йүнәлтә: 50‑нән ашыу ауыл талана һәм яндырыла, 2 мең кеше үлтерелә, Һөйәнтөҙҙәге ваҡиғалар фажиғәгә әүерелә. Башҡорттар хөкүмәт командаларына, “тоғро” башҡорттарға, мишәрҙәргә, ҡасаҡтар отрядтарына ҡаршы күмәк сығыштар м‑н яуап бирә. 1736 й. Б.и. баҫтырыуға Ҡазан даруғаһында Румянцев, Нуғай даруғаһында Кирилов, Себер даруғаһында В.Н.Татищев етәкс. итә. Указдар (1736 й. 11 февр.) һәм 16 февр. указ ихтилалды иң ҡаты саралар м‑н баҫтырыуға йүнәлеш бирә. Б.и. баҫтырыуҙа ҡатнашҡан керҙәштәргә уларҙың башҡорттар м‑н килешеү б‑са файҙаланған ерҙәрен үҙ милкенә биреү вәғәҙә ителә (1738 й. 17 мартындағы һәм 1739 й. 20 авг. указдар был ҡарарҙы раҫлай). Башҡортостанға 22 меңдән ашыу һалдат һәм казак ебәрелә. 14 февр. Өфө янында Төлкөсура Алдағоловтың баш күтәреүселәр отряды 450 дворян, казак һәм һалдаттан торған хөкүмәт отрядын тар‑мар итә. 1736 й. март—майында Дим й. буйында Румянцев, Нуғай даруғаһында Кирилов һәм майор Б.Л. Останков, Себер даруғаһында Татищев ғәскәрҙәре рейдтары һөҙөмтәһендә баш күтәреүселәр 3 меңдән ашыу кешеһен юғалта, 500‑гә яҡын ауыл яндырыла. Майҙа Себер даруғаһының баш күтәреүселәре Крутихин һәм Үткен биҫтәләренә, Окунев бастругына, Ялан з‑дына һәм Себер даруғаһының башҡа торама пункттарына һөжүм итә. Июндә Төлкөсура Алдағолов отряды хөкүмәткә “тоғро” башҡорт, мари, мишәр һәм татарҙар м‑н һуғыш алып бара. Июнь уртаһында Уҫы даруғаһының баш күтәреүселәре Уҫынан төньяҡта хәрәкәт итә, Красноярск ҡәлғәһе янындағы һуғышта Төлкөсура Алдағолов отряды полк. П.Мартаков командаһын еңеүгә өлгәшә. 29 июндә Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) янында Килмәк Нурышев етәкс. 8 меңлек баш күтәреүселәр отряды Румянцев отрядына һөжүм итә һәм уға ҙур юғалтыуҙар килтерә. Башҡорттар Урта Йөҙ ҡаҙаҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, ләкин улар ярҙам итеүҙән баш тарта. Авг.—сент. Өфө провинцияһына өҫтәмә хәрби көстәр (ш. иҫ. 3 драгун полкы) ебәрелә, Комиссия нач. итеп бригадир М.С.Хрущев тәғәйенләнә, ул язалау операцияларын дауам итә. Башланып киткән аслыҡ та хәрәкәттең көсһөҙләнеүенә килтерә. 1736 й. көҙөндә Б.и. баҫтырыла. Тулы булмаған мәғлүмәттәр б‑са, баш күтәреүселәр 15 меңдән ашыу кешеһен юғалта. 1737 й. башына ҡарай Б.и. бөтә төп етәкселәре ҡулға алына. 1737—38 йй. башҡорт ихтилалы. Ихтилалды аяуһыҙ баҫтырыу, баш күтәреүсе башҡорттарҙан штраф аттарын йыйған ваҡыттағы башбаштаҡлыҡтар сәбәп була. Хәрәкәткә Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов, Сәйетбай Әлкәлин, Төлкөсура Алдағолов етәкс. итә. Б.и. 1737 й. апр. Себер даруғаһы башҡорттары сығышы м‑н башлана. Май—июндә уларға башҡа даруға башҡорттары ҡушыла. Б.и. баҫтырыуға Башҡ. эштәре комиссияһы нач. ген.‑майор Л.Я.Соймонов һәм Ырымбур комиссияһы нач. Татищев етәкс. итә. Көҙөн Б.и. туҡталып тора, 1738 й. ҡышында Себер һәм Уҫы даруғаларында, яҙын Нуғай даруғаһында яңынан башлана. Апр.—майҙа баш күтәреүселәр отрядтары Сыбаркүл, Силәбе, Красноуфимск ҡәлғәләренә, Рәүҙе заводына һөжүм итә, июндә полк. И.С.Арсеньев һәм майор Люткиндың хөкүмәт отрядтары м‑н һуғыштар алып бара. Йәйен—көҙөн Соймонов етәкс. 30‑ҙан ашыу ауыл талана һәм яндырыла, 900‑гә яҡын кеше үлтерелә. Йәй аҙағы — көҙ башында уға Табынға Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев, Төлкөсура Алдағолов һәм ихтилалдың башҡа күренекле етәкселәре ярлыҡау һорап килә. Башҡорттар тағы Урта Йөҙ ҡаҙаҡ хандарына мөрәжәғәт итә, ләкин һиҙелерлек ярҙам алмай. 1739—40 йй. башҡорт ихтилалы, Ҡараһаҡал яуы. 1739 й. ғин. башланған башҡорт улустарының халыҡ иҫәбен алыу сәбәп була. Көрәшкә Әләнейәнғол Ҡотлоғужин, Миңлеғол Юлаев (ҡара: Ҡараһаҡал), Мәндәр Ҡарабаев, Солтан Арыҫланбәков, Теләүкәй Олотимеров етәкс. итә. Мартта бер нисә йыйында Нуғай һәм Себер даруғалары башҡорттары халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙән баш тартырға ҡарар итә. 1739 й. 5 майында хөкүмәт уны үткәреүҙе туҡтатыу т‑да ҡарар ҡабул итә. Капитан Стрижевский, Р.Уразлин (Себер даруғаһында) һәм капитан С.Ф.Кублицкий (Нуғай даруғаһында) командалары тарафынан штраф аттарын йыйыу башҡорттарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Билдәһеҙ ауырыу эпидемияһы, арығанлыҡ һәм ҙур юғалтыуҙар һөҙөмтәһендә Б.и. йәйен— көҙөн киң таралып китә алмай. Баш күтәреүселәрҙең ҡаҙаҡтар м‑н союз төҙөү ынтылыштары уңышһыҙ була. 1740 й. башында башҡорттар Ҡараһаҡалды Солтангәрәй исеме м‑н хан тип иғлан итә. Февр.—мартта Б.и. — Себер даруғаһын, апр. Нуғай даруғаһының көньяҡ‑көнбайыш өлөшөн солғап ала. Баш күтәреүселәр Булат Зиләкәев, Ҡоҙаш Рахманғолов, Миңдейәр Арҡаев, Шығанай Борсаҡов етәкс. хөкүмәткә “тоғро” башҡорттар отрядтарына һөжүм итә, ауылдарын туҙҙыра. Баш күтәреүселәрҙең дөйөм һаны 3 мең кешегә етә. Б.и. баҫтырыу өсөн 18 меңдән ашыу һалдат, драгун һәм казак йәлеп ителә. 20 майҙа Оло Ҡыҙыл й. һәм 23 майҙа Яйыҡ й. буйында подполк. Я.С.Павлуцкий һәм секунд-майор Языков командалары м‑н һуғыштарҙа баш күтәреүселәр отрядтары еңелә. 3 июндә Тубыл й. буйында тағы бер ҙур алыш була, уның барышында баш күтәреүселәрҙе Павлуцкий командаһы тар‑мар итә. Ҡалған баш күтәреүселәр Ҡараһаҡал етәкс. ҡаҙаҡтарға китеп йәшеренә. Баш күтәреүселәрҙе эҙләү, уларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын язалау сент. аҙағына тиклем дауам итә. Июнь— сент. язалаусылар баш күтәргән улустарҙа 725 ауылды яндыра, 11 мең баштан ашыу мал тартып ала. Халыҡты ҡурҡытыу маҡсатында халыҡ алдында тән һәм үлем язалары бирелә: 25 авг. Ырымбур янында (122 кеше язалап үлтерелә), 17 сент. Һаҡмар ҡаласығында (170 кеше язалап үлтерелә). 1739—40 йй. Б.и. осоронда баш күтәреүселәр 16 меңдән ашыу кешеһен юғалта. 1735—40 йй. Б.и. барышында бөтәһе 40 меңдән ашыу башҡорт (Татищев мәғлүмәттәре б‑са, 60 меңгә яҡын) һәләк ителә, язалап үлтерелә йәки һөргөнгә ебәрелә.

Әҙәб.: Доннелли А.С. Завоевание Башкирии Россией 1552—1740. Страницы истории империализма. Уфа, 1995; Материалы по истории Башкортостана. Т.6. Оренбургская экспедиция и башкирские восстания 30‑х годов XVIII в. Уфа, 2002.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика