БАЙМАҠ ҠОЙОУ-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ, ААЙ. Насостар, мәғдән онтау тирмәндәре өсөн туҙыуға сыҙамлы күп хромлы суйындан запас частар, онтағыс комплекстар, төрлө насостар етештерә. Составы: ҡойоу, механик эшкәртеү, насос ҡороу цехтары. 2011 й. 580 кеше эшләгән.  Продукцияһын ҡулланыусылар — БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм яҡын сит илдәрҙең тау-металлургия пр‑тиелары.

1957 й. Баймаҡ баҡыр иретеү з-ды (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ заводы) базаһында Ш.Хоҙайбирҙин ис. Баймаҡ машиналар эшләү з-ды (суйын һәм төҫлө ҡойолмалар етештергән) булараҡ нигеҙ һалына, 1999 й. хәҙерге статусын ала, 2009 й. – хәҙерге исемен йөрөтә. 1970—80 йй. тармаҡта тәүгеләрҙән булып з‑дта ҡойолманы электрогидравлик ысул м‑н таҙартыу производствоға индерелә, аҙ сығымлы һәм туҙыуға сыҙамлы суйын иретмәләре үҙләштерелә.

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Яндекс.Метрика