БАЙМАҠ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Халыҡ ижады үҙәгенең Баймаҡ башҡорт халыҡ театры. 1962 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1967 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — Р.Сәғиҙуллиндың “Бүре малайы” пьесаһы б‑са ш. уҡ исемле әҫәре. 1962—2010 йй. 106‑ға яҡын спектакль сәхнәләштерелә: Г.Исхаҡовтың “Авария”, М.Фәйзиҙең “Аҡ ҡалпаҡ”, Б.М.Исҡужиндың “Ғилмияза”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Игеҙәктәр”, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле әҫәре, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс”, Ф.М.Бүләковтың “Таштуғай” һ.б. Театр составында Р.Ф.Аҡҡужина, Т.М., И.М. һәм Н.И.Аллаяровтар, З.Л.Әминев, Н.А.Исхаҡов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.Ғ.Маннапов, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.М.Романова һ.б. Спектаклдәрҙе Аллаярова (художество етәксеһе), З.А.Алтыншина, Ф.М.Байғотлина, З.Ә.Биктимерова, Ә.Ғ.Ғибәҙәтова, Ш.В.Мусина (1‑се художество етәксеһе), У.Хәлилов, С.Ш.Юлбахтина сәхнәгә ҡуя; сәхнәне художестволы биҙәүселәре — З.Х.Абдуллина, Н.П.Заводчиков, Р.Р.Үләбаев, Р.Ә.Хәсәнов; муз. яҡтан биҙәүселәре — И.М.Аллаяров, А.Р.Дәүләтшин, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.Б.Хафизов. Бөтә Союз үҙешмәкәр театр сәнғәте фестивалдәре лауреаты (Мәскәү, 1975; Өфө, 1977) һәм дипломанты (Өфө, 1984, 1987), “Алтын тирмә” төбәк‑ара халыҡ театрҙары фестивалдәре (Туймазы ҡ., 1997; Ғафури р‑ны Красноусол а., 2009) лауреаты.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика