БАШҠОРТ ИХТИЛАЛДАРЫ (17—18-се бб.), башҡорттарҙың Рус дәүләтенең колониаль сәйәсәтенә (ҡара: Колониялаштырыу) ҡаршы ҡораллы көрәше; Урал—Волга буйы төрки һәм фин‑уғыр халыҡтары милли хәрәкәтенең бер өлөшө. Сәбәптәре: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоу, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыу (ҡара: Ер сәйәсәте), һалымдарҙың үҫеүе һәм йөкләмәләр һанының артыуы, мосолмандарҙы христианлаштырыуға ынтылыш, урындағы үҙидаралыҡ хоҡуҡтарын сикләү һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығы. Башҡорт ихтилалы (1662—64), башҡорт ихтилалы (1681—84), башҡорт ихтилалы (1704—11), башҡорт ихтилалдары (1735—40) һәм башҡорт ихтилалында (1755—56), хөкүмәттең милләттәрҙе айырыу сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, башҡорттарға ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, мариҙар, мишәрҙәр, мордвалар, сыуаштар, татарҙар, удмурттар һәм төбәктең башҡа халыҡтары ҡушыла. Башҡорттар Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) әүҙем ҡатнаша. Ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә бик күп башҡорт ҡырыла һәм матди юғалтыуҙар кисерә, аҫаба ерҙәренең күп өлөшөнән мәхрүм була. Икенсе яҡтан, Б.и. халыҡтың тупланыуына, үҙ дәүләтен төҙөү идеяһы өлгөрөүенә (ҡара: Батыршаның батшаға яҙған хаты) булышлыҡ итә. Хөкүмәт башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын бөтөрөү һәм уларға крепостной хоҡуҡ биреү, башҡ. ерҙәрен дворяндарға, хеҙмәтле кешеләргә, чиновниктарға һ.б. күпләп таратып биреү, көсләп христианлаштырыу пландарынан баш тартырға мәжбүр була.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика