БАҠЫРҮҘӘК, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. 1928 й. геолог А.Х.Иванов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1940 й. Ф.И.Ковалёв, 1948 й. А.И.Демчук, 1967 й. СССР ФА‑һы Археология ин‑тының археологик экспедицияһы (етәкс. Е.Н.Черных) тикшерә. Баҡыр руднигынан тора. 3 м тәрәнлектәге (55×35 м) нигеҙ соҡоро асыҡланған. Баҡыр ҡойолмалар һәм шлак табылған. Фаразланыуынса, Б. энеолитта файҙаланыла башлаған.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика