“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), ижт.- сәйәси гәзит. Башҡорт өлкә бюроһы органы. Берҙән‑бер һаны 1917 й. 14 июнендә Ырымбур ҡ. иҫке башҡорт телендә сыға. Унда Ә.Ә.Вәлидовтың Башҡ. милли хәрәкәтенең төп идеялары бәйән ителгән “Башҡорттарҙың алдағы торған эштәре” исемле мәҡәләһе, Башҡорт хөкүмәте бойороҡтары, ҡарарҙары, күрһәтмәләре, хөкүмәт ағзаларының мөрәжәғәттәре һ.б. баҫтырыла. Шул уҡ йылдың июлендә “Башҡорт” тип үҙгәртелә. Мөхәррире — С.Ғ.Мирасов.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика