БАШҠОРТ ИРЕКЛЕ ОТРЯДТАРЫ, 1918 й. июль—авг. Бәләкәй Башҡортостан кантондарында Башҡорт хәрби шураһы бойороғо б‑са ойошторола. Бөтәһе 13 Б.и.о. төҙөлә (кантондар исеменә ярашлы атала): Арғаяш (200 кеше), Бөрйән-Түңгәүер (180), Дыуан (200), Ете ырыу (300), Көҙәй (100), Ҡошсо (250), Ҡыпсаҡ (180), Табын (200), Тамъян‑Ҡатай (300), Туҡ‑Соран (160), Үҫәргән (160), Юрматы (250) һәм Ялан (180) — бөтәһе 2660 кеше. Башҡорт ғәскәре составына иррегуляр частар сифатында инәләр. Башҡ. хәрби шураһы эргәһендәге ирекле отрядтарҙың айырым бүлегенә, окт. алып Башҡ. ғәскәри идараһына буйһоналар. Һуғыш хәрәкәттәре тамамланғандан һуң, Б.и.о. кантон милиция органдары итеп үҙгәртеү һәм Башҡорт хөкүмәтенең эске эштәр бүлеге ҡарамағына биреү күҙ уңында тотола. Б.и.о. властың кантон органдарын һаҡлай, июль— сент. уларҙың бер өлөшө В.К.Блюхерҙың Йыйылма Урал отрядына (ҡара: Йыйылма Урал отряды походы) ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Окт. Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Туҡ-Соран, Үҫәргән Б.и.о. һәм айырым команда Ғ.С.Иҙелбаев ис. Башҡ. айырым ирекле кавалерия полкына (нояб. алып 2‑се Башҡ. кавалерия полкы) берләштерелә. 1918 й. дек. — 1919 й. февр. Табын, Тамъян‑Ҡатай һәм Юрматы отрядтары Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. араһында фронттың бер участкаһында РККА‑ға ҡаршы оборона тота. Б.и.о. 1919 й. февр. үҙ теләге м‑н таратыла.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика