БАШҠОРТ ИНВЕСТИЦИЯ ЙОРТО, ЯАЙ. Торлаҡ һәм йәмәғәт биналары төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын, төҙөлөштә төбәк хаҡ яһалышын, тауар сығарыу баҙарҙарына маркетинг тикшеренеүҙәре үткәреүҙе, торлаҡҡа ипотека кредиты биреүҙе тормошҡа ашыра; инвестиция проекттары һәм бизнес-пландар эшләй; күсемһеҙ милеккә хаҡ ҡуя һ.б. Өфөлә урынлашҡан. 2010 й. 200 кеше эшләгән. БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре халҡына, пр‑тиеларына һәм учреждениеларына хеҙмәттәр күрһәтә.

1991 й. ЯАЙ булараҡ нигеҙ һалына, 1996 й. алып ААЙ, 2008 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика