БАҠЫРЛЫ ҠОМТАШТАР, күбеһенсә уртаса һәм ваҡ бөртөклө тау тоҡомдары, уларҙың составына баҡыр минералдары инә: халькозин, борнит, ковеллин (ҡара баҡыр буяуы), халькопирит, саф баҡыр һ.б. Б.ҡ. баҡырлы һәүерташтар, алевролиттар, конгломераттар һ.б. үҙ эсенә алған баҡырлы тоҡомдар төркөмөнә ҡарай. Составтарында баҡыр булыуы уның диңгеҙ ултырмаларындағы беренсел концентрацияһының диагенез, катагенез һәм метаморфизм ваҡытында артабан бүленеүе м‑н аңлатыла. Б.ҡ. ҡоро лагуна‑дельта ултырмаларына хас һәм көрән, ҡыҙыл төҫтәр өҫтөнлөк иткән фонда йәшкелт һоро, һоро төҫ м‑н айырыла. Өлөшләтә мәғдән минералдары регенерацияға һәм яңынан ҡатлам булып ултырыуға дусар ителгән. Б.ҡ. ш. уҡ көмөш, ҡайһы ваҡытта рений, кобальт, ванадий, уран, алтын, платина бар. Баҡыр миҡдары күберәк булған осраҡта баҡыр мәғдәне булып һанала. БР‑ҙа Б.ҡ. Бәләбәй ҡалҡыулығында һәм Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндә бар. Улар Ырымбур өлкәһенән БР‑ҙың көньяҡ-көнбайыш райондары аша ТР‑ға һәм Вятка өлк. һуҙылған мәғдәнле һыҙаттың бер өлөшө булып тора. 0,1—2 м ҡалынлыҡтағы ҡатлам м‑н ярашлы Б.ҡ. өҙөк-өҙөк ятҡылыҡтары мәғдәнле зонала 0,4—2 км оҙонлоҡҡа һуҙылған. Б.ҡ. ятҡылыҡтарының тәрәнлеге 100 м тиклем һәм унан да күберәк. Урыны м‑н бер нисә мәғдәнләнгән горизонт һанала; ятышы горизонталдән 15—25° ауышҡа тиклем. Б.ҡ. күмерле матдәнең линзаларында ковеллин һәм малахит; үҫемлек ҡалдыҡтарында тарҡалған халькозин, ковеллин, борнит, куприт, тенорит; йәшкелт һоро ҡомташ һәм конгломерат цементында малахит; күкһел һәм йәшкелт һоро ҡомташ цементында тигеҙ таралған, күҙгә күренмәгән баҡыр берләшмәләре; халькозин, малахит, азурит, куприт, фольбортиттың (баҡыр ванадаты) тоноҡ һары уңыуы конкрецияһы рәүешендә сыға. 18 б. алып 1914 й. тиклем эшкәртелгән, дөйөм майҙаны яҡынса 4 мең км2 булған күп Б.ҡ. сығарыу участкалары билдәле (ҡара: Тау сәнәғәте). Иҫке рудниктарҙың иң юғары концентрацияһы Бәләбәй ҡ. көньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан һәм Күмертау ҡ. тирәләй теркәлгән. Тау округтары мәғлүмәттәре б‑са, Башҡортостан сиктәрендә Б.ҡ. баҡыр запастары 200 мең т ашыу. Б.ҡ. м‑н Исмәғил Тасимов эшмәкәрлеге бәйле. 1960—91 йй. Ҡурсаҡ, Рудниктар, Баҡыртау, Дедов, Дмитриевка, Малиновка, Йәшләр, Верхотинка (Фёдоровка р‑ны), Михайловка II, Столяровка һәм Тирәкле (Мәләүез р‑ны) мәғдән сығыу урындары өйрәнелгән. Б.ҡ. өйрәнеүгә М.И.Липовский (1925), Л.И.Шаманский (1928), В.Л.Пуркин (1950), В.А.Филиппов (1961), М.Д.Пальчук (1963), В.П.Феоктистов (1978), А.И.Коклин (1991) һ.б. ҙур өлөш индерә.

В.Н.Никонов

Тәрж. З.Б.Латипова

Яндекс.Метрика