БАҠЫРҒАНИ Сөләймән, Хәким Ата [?—1166 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1186) Баҡырған а., Харәзм], суфый шағир. Ә.Йәсәүи артынан эйәреүсе. “Ахыры заман китабы”, “Хәҙрәте Мәрйәм китабы” һ.б. әҫ. авторы. Б. 44 хикмәте “Баҡырған китабы” (1846 й. Ҡазанда сыҡҡан) ис. м‑н билдәле 12—18 бб. төрки поэзияһы антологияһына ингән. Б. әҫ. Урта Азияла һәм Урал‑Волга буйы күсермәләрендә киң таралған һәм мәҙрәсәләрҙә уҡыу әсбаптары хеҙмәтен үтәгән. 1973 й. Бүздәк р‑ны Ҡаран а. археографик экспедиция тарафынан Б. ҡулъяҙмалар йыйынтығы табылған (ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана). Б. поэзияһы мотивтары 19 б. башҡ. суфый шағирҙарының (Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, М.Ҡотош-Ҡыпсаҡи, Һ.С.Сәлихов һ.б.) әҫ. сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Шарипова З.Я. Краткое описание источников по истории башкирской литературы //Источниковедение башкирской филологии. Уфа, 1984.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на башкирском языке

 

Яндекс.Метрика