БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составыһәм ер ҡатламы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш, башҡа металдар, ш. уҡ затлы, һирәк һәм һибелмә элементтар (ҡара: Баҡыр колчеданы мәғдәндәре) булыуы м‑н билдәләнә. Б.к.я. генезисы төп ролдәге вулканоген ултырма процесының башланған сағынан алып полигенлы һәм полихронлы. Б.к.я. диңгеҙ һыуына ҡойған гидротермаль эретмәләрҙән диңгеҙ һәм океан төптәрендә барлыҡҡа килә. Мәғдәндәрҙең беренсел үҙенсәлектәре метаморфик һәм тектоник үҙгәреүҙәр арҡаһында байтаҡ боҙола. Б.к.я. контраслы дифференциацияланған (базальт-риолит) һәм туҡтауһыҙ дифференциацияланған (базальт-андезибазальт-андезит-дацит-риолит) формацияларының вулканоген ҡатламдарынан һалынған кальдера һәм көмбәҙ типтары палеовулкан ҡоролмаларына тура килә. Мәғдәнләнеү палеовулкан депрессияларға тартым. Мәғдән есемдәре линза формаһында була һәм һыйҙырған тоҡомдар м‑н килешле ята. Улар һыйҙырған тоҡомдарҙың мәғдән яны үҙгәрештәренең ҡеүәтле зоналары м‑н бергә бара, айырыуса серицит, кварц, хлорит кеүек минералдар хас. Ер өҫтөнә яҡын шарттарҙа Б.к.я. мәғдәндәре окислана һәм «тимер эшләпәләр» барлыҡҡа килә, унда саф алтындың сәнәғәт масштабтарына тиклем концентрацияһы килеп сыға. БР терр‑яһында Б.к.я. 4 мәғдән районына тура килә: Учалы, Сибай, Баймаҡ һәм Бүребай. Учалы мәғдән р‑нында эре (Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Яңы Учалы) һәм уртаса (Көнбайыш Озёрный) баҡыр-цинк, ш. уҡ ваҡ баҡыр (Озёрный) ятҡылыҡтары урынлашҡан. Сибай мәғдән р‑нында эре баҡыр-цинк (Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы) һәм ваҡ баҡыр (Баҡырүҙәк, Ҡамаған һ.б.) ятҡылыҡтары бар. Сибай ятҡылығы — асыҡ (1939 й. алып) һәм ер аҫты (1985 й. алып), Ҡамаған ятҡылығы ҡатнаш ысулдар м‑н эшкәртелә, башҡа ваҡ ятҡылыҡтар 20 б. 1‑се ярт. үҙләштерелгән. Баймаҡ мәғдән р‑нында үҙенсәлекле баймаҡ тибына ҡараған (запастары б‑са ваҡ, әммә мәғдәндәргә бай) барит һәм галенит м‑н баҡыр-цинк-алтын колчеданы ятҡылыҡтары үҫешкән. Түбә, Троицк, Граф, Таналыҡ-Баймаҡ, Ыуараш, Япай, Юлалы, Баҡыртау, Таштау ятҡылыҡтары үҙләштерелгән; Балтатауҙы эшкәртеү туҡтатылған, Майский, Көнсығыш Семёновка ятҡылыҡтары эшкәртелә. Бүребай мәғдән р‑нында баҡыр-цинк ятҡылыҡтары үҫешкән. Уртаса Бүребай һәм ваҡ Маҡан ятҡылыҡтары үҙләштерелгән, эре Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығы һәм Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығы разведкаланған. Юғары сифатлы мәғдән запаслы (10 млн т) Октябрьский ятҡылығы Маҡан ятҡылығы янында урынлашҡан һәм 1976 й. алып файҙаланыла. Бүребай мәғдән р‑нындағы баҡыр мәғдәне үҙәген асҡан һәм разведкалаған өсөн “Башкиргеология” ПБ хеҙм‑рҙәре төркөмө СССР‑ҙың Дәүләт пр. лайыҡ була (1980).

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика