БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит м‑н ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин, галенит, тоноҡ мәғдәндәр, гематит, һирәгерәк арсенопирит, алтаит, гёссит, буланжерит, алтын, киноварь, гринокит һ.б. осрай. Б.к.м. өҫтөнлөк итеүсе структуралары нәҙек һәм ваҡ бөртөклө, һирәгерәк метаколлоидлы, текстуралары брекчия һымаҡ, ҙур, сыбар, һыҙыҡлы. Төп файҙалы компоненттары — баҡыр, цинк, көкөрт, алтын, көмөш, зарарлылары — мышаяҡ, һөрмә, фтор һәм терегөмөш. Юлдаш компоненттары һирәк һәм һибелмә элементтарҙың (араларынан кадмий, селен, теллур, индий, галлий, германий, висмут, кобальт сәнәғәт өсөн файҙалы булырға мөмкин) ҙур төркөмөнән тора. Төп файҙалы компоненттары күләменә ҡарап Б.к.м. баҡыр (баҡыр 0,5%‑тан күберәк, цинк 1%‑тан әҙерәк), баҡырлы цинк (баҡыр 0,5%‑тан күберәк, цинк 1%‑тан күберәк) һәм көкөрт колчеданы (баҡыр 0,5%‑тан әҙерәк, цинк 1%‑тан әҙерәк) сәнәғәт сорттарына бүленә. Б.к.м. запастары һәм сығарылышы б‑са Башҡортостан Урал иҡтисади районында Ырымбур өлк. һуң икенсе урынды биләй. БР б‑са Б.к.м. баҡырҙың уртаса миҡдары — 2,4%, цинктыҡы — 1,6%, алтындыҡы — 1,64 г/ т, көмөштөҡө — 30,6 г/ т. Шулай уҡ ҡара: Баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары.

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика