БАҠЫР ЙЫЛАН (Coronella austriaca), туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған йылан. Европала, Кесе Азияның төньяҡ өлөшөндә, Көнбайыш Ҡаҙағстанда, Кавказда таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 70 см тиклем, шыма тәңкә м‑н ҡапланған. Арҡаһы һорғолт көрән йәки баҡыр-ҡыҙыл (башлыса ата йыландарҙа) төҫтә, ваҡ таптарҙан торған 2—4 буй рәтле; ҡорһағы һоро, көрән йәки алһыу. Башы ялпаҡ, муйынынан аҙ айырыла. Танау тишектәренән ауыҙының ситенә тиклем (ҡайһы ваҡыт муйынының ситтәрендә лә) тар көрән һыҙат үтә. Ҡойроғо 20 см етә. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә. Йомортҡа‑тере бала тыуҙырыусы: 2—15 йомортҡа һала, уларҙан шунда уҡ балалары сыға. Көндөҙ әүҙем. Кимереүселәрҙең өңөндә, серек түңгәктәрҙә, таш араларындағы ектәрҙә ҡышлай. Кеҫәрткеләр, ваҡ кимереүселәр, һуҡыр сысҡандар, ҡоштар м‑н туҡлана. Б.й. ағыулы түгел, ҡорбанын быуа йәки тереләй йота. Ҡурҡыныс тыуһа, йомғаҡҡа урала һәм ыҫылдап алға ынтыла. Ҡатнаш урмандарҙа, аҡландарҙа, ҡырҡындыларҙа, далала йәшәй. БР‑ҙа башлыса тау‑урман һәм урман‑дала зоналарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика