БАҠЫЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Егәҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 125 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 150 км алыҫлыҡта Бәләкәй Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 276 кеше; 1920 — 565; 1939 — 333; 1959 — 463; 1989 — 92; 2002 — 125; 2010 — 73 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (30 йортта 100 кеше йәшәгән) алып билдәле. 1865 й. 50 йортта 369 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Ирмәк утары (19 б. аҙ. нигеҙ һалынған) м‑н ҡушылғандан һуң Б. (Ирмәк) исеме м‑н теркәлгән. У.Й.Дәүләтбаев, З.Т.Үтәғолов, С.Н.Шәрипов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика