БАҠЫЕВ Рим Сәғит улы (4.1.1939, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Яңы Турбаҫлы а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1993). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Өфө р‑ны “Россия” к‑зының инженер‑механигы, 1967 й. башлап Благовещен р‑ны Степановка с‑зының баш инженеры, директоры. 1990 й. алып Благовещен халыҡ депутаттары район советының башҡарма ком‑ты рәйесе, 1991 й. — “Башкирскптицепром” берекмәһенең ген. дир., 1993 й. — МС рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1994 й. июленән — БР Премьер‑министры вазифаһын башҡарыусы, 1994 й. окт. — Премьер‑министр, 1999—2003 йй. РФ Дәүләт думаһы депутаты. “Ватан” Дөйөм Рәсәй сәйәси ижт. ойошмаһының Башҡ‑н респ. бүлексәһе етәксеһе (1999—2002). РФ ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976), Почёт (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.Т.Абдрахманов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика