БАҠТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 32 км (БР терр‑яһында яҡынса 14 км), киңлеге 3—5 км, абс. бейеклеге 1078 м (Силәбе өлк.). Рельефы киртләсле, тигеҙһеҙ. Һырттың көньяҡ өлөшөндә осло ҡаялы түбәләр, һикәлтәләр, таш ишелмәләре бар. Көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, йырғыланған, көнсығышы текә. Кварцитлы ҡомташтар, алевролиттар, ордовиктың баҡты свитаһы ҡомташтарынан тора. Битләүҙәрҙә Оло һәм Бәләкәй Әүнәр (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары), Ҡарағай (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) йй. башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: тау итәктәре 600 м тиклем урман м‑н ҡапланған, урыны м‑н һаҙлыҡлы, өҫтәрәк ярым яланғас һәм яланғас бүлкәттәр үҫешкән. Интенсив мал көтөү бейек тау ландшафы яланғасланыуға, урмандың үрге сиге түбәнәйеүгә, тупраҡ эрозияһына килтерә.

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика