БАҠСА ҠОМАҒЫ (Eliomys quercinus), кимереүселәр отрядының ҡомаҡтар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Башлыса Европа һәм Төньяҡ Африка урмандарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 11—15 см. Арҡаһы ерән төҫмөрлө һорғолт көрән, муйыны, тамағы, күкрәге, ҡорһағы аҡ; күҙенән алып ҡолаҡ төбөнә тиклем ҡара һыҙат үтә. Мороно осло, ҡолаҡтары ҙур, түңәрәк. Артҡы аяҡтары алғыларынан бер аҙ оҙонораҡ. Ҡойроғо (оҙонлоғо 12 см тиклем) ҡуйы ҡыҫҡа, осонда аҡ ҡаймалы йәйенке бумала барлыҡҡа килтереүсе оҙон йөн м‑н ҡапланған. Полигам. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 5—10 бала тыуҙыра. 4 йылдан ашыу йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала. Орлоҡтар, емеш‑еләк, бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, ваҡ умыртҡалылар, ҡош йомортҡалары м‑н туҡлана. Ҡуйы ваҡ ағаслы ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа, урман ситендә, ҡырҡындыла, иҫке үртәндә, баҡсала осрай; ояларын ағас ҡыуышлыҡтарында ҡора, ҡайһы ваҡыт сит өңдәрҙе файҙалана. Һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Талпан энцефалитын тыуҙырғысты йөрөтөүсе. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Г.Яковлев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика