БАҠРАҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем-Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 52 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тыпарыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 232 кеше; 1920 — 324; 1939 — 500; 1959 — 374; 1989 — 183; 2002 — 186; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (3 йортта 53 кеше йәшәгән) билдәле. 19 б. уртаһына тиклем Бәҙрәк (этнонимдан, ҡара: Бәҙрәк) тип аталған. 1865 й. 30 йортта 164 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1904 й. төҙөлгән), Ағиҙел й. аша борам м‑н сығыу урыны, 2 ағас пристане теркәлгән.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика