БАҠРА (Agrostemma), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫә. Бер йыллыҡ йомшаҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет. Сәскәһе ҡуйы ал, һабаҡ осонда, яңғыҙ һәм эре. Тоташып үҫкән каса япрағы 10 ҙур һеңерсәле һәм 5 ҡыяҡлы. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — бер оялы оҙонса көршәк формаһындағы ҡумта, июль—окт. өлгөрә. Б. һирәкләп респ. төньяҡ райондарында осрай. Яҙғы культураларҙың, һирәгерәк ужым культураларының ҡый үләне. Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, сапониндар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика