БАҠАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Баҡалы р‑ны. 1907 й. ҡала училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп (1932—37 йй. өлгөлө), 1935 й. хәҙерге статусын ала, 1967 й. алып хәҙерге исемен йөрөтә. Уҡытыу оҫтаханалары, А.В.Коновалов (ойоштороусыһы) ис. тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Урта мәктәпте яҡынса 4,3 мең кеше тамамлаған (2011), улар араһында А.И.Грекова, В.Н.Зотов, Я.Д.Костин.

Т.Әәрүәзов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика