БАҠАЛЫ СҮС ЗАВОДЫ, төрлө сортлы киндер сүсе, төҙөлөш сүбәге етештереү пр‑тиеһы. 1932 й. Баҡалы р‑нында (ҡара: Пенькозавод ауылы) нигеҙ һалына, 1999 й. алып ДУАХП, 2001 й. — ФДУП, 2010 й. ябыла. Завод составына етештереү һәм лаб. корпустары, сеймал йорто, үлсәү хужалығы, склад биналары, автотрактор паркы ингән. 2007 й. 50‑гә яҡын кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика