БАҠАЛЫ СПИРТ ЗАВОДЫ, Баҡалы р‑ны Иҫке Маты а. урынлашҡан. 1850 й. нигеҙ һалына, 1959 й. алып Б.с.з., 1998 й. — ДУП, 2004 й. ябыла. Завод составына (1999) игенде өҫтәлмә эшкәртеү цехы; ҡайнатыу, әсетеү, аппарат бүлектәре; һыуҙы химик әҙерләү цехы булған ҡаҙанлыҡ бүлмәһе ингән. 1999 й. 143 кеше эшләгән; “Экстра” спирты етештергән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиелары, ш. уҡ АҠШ‑тың “Гелла корпорейшн” фирмаһы.

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика