БАҠАЛЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта — Илеш, көнсығышта — Саҡмағош, көньяҡта Шаран р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район).1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Туймазы р‑ны составына индерелә. 1964 й. 3 мартында яңынан ойошторола. Майҙаны — 1951 км2. Адм. үҙәге — Баҡалы а., Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 175 км һәм Туймазы т. юл ст. төньяҡҡа табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 59,9; 1959 — 47,0; 1989 — 32,3; 2002 — 32,3; 2010 — 28,7. Милли составы (2002): татарҙар — 51,7% (ш. иҫ. керәшендәр — 13,3%), урыҫтар — 21,3%, башҡорттар — 19,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,4 кеше/ км2. Районда 17 ауыл советы, 96 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Баҡалы (9,5 мең кеше), Иҫке Ҡорос (1,5 мең), Иҫке Маты (0,9 мең) ауылдары.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, рельефы үрле һәм убалы. Б.р. Татар көмбәҙе сиктәрендә ята. Ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Һөйөндөк), балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Баҡалы, Ҡатай), нефть ятҡылыҡтары (Ҡалай, Мостафа) асылған. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 4,5°С, ғин. уртаса т‑ра —20°С, июлдә 25°С. Абс. макс. т‑ра 35°С, абс. миним. —34,5°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 563 мм, йылы осорҙа 300—390 мм. Гидрографик селтәр Ыҡ, Сөн йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтарынан тора. Ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағы таралған, йыуылған ҡара тупраҡ осрай. Урмандар район терр‑яһының 30%‑ын биләй; һыу айырғыстарҙың ҡалҡыу өлөшөнә — киң япраҡлы ҡатнаш урмандар, түбәненә имән, ҡайын-имән, ҡайын-уҫаҡ урмандары хас. Хайуандар донъяһы урман-дала төрҙәренән тора. Маты й. тамағындағы ҡарағайлыҡ, Баҡалы урман хужалығындағы ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәре — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 121,8 мең га (дөйөм майҙандың 62,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 77,2, сабынлыҡтар — 9,3, көтөүлектәр — 35,3; урмандар майҙаны — 64,0, ер өҫтө һыуҙары — 1,1. Район көньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [8 АХПК, 19 ЯСЙ, ААЙ, 73 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, картуф үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша. Асфальт-бетон заводы, Баҡалы урман комб‑ты, “Коммунхоз” МУП‑ы, “Бакалыводстрой”, “Бакалымолоко” ААЙ, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшләй. Район терр‑яһынан Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы автомобиль юлдары үтә. Б.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда һөнәрселек лицейы, 30 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 16‑һы урта мәктәп (ш. иҫ. Баҡалы урта мәктәбе №1, Иҫке Ҡорос урта мәктәбе), 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 2 ауыл амбулаторияһы, 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 46 клуб учреждениеһы, 29 китапхана бар. 2 өлгөлө һәм 5 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Бакалинские зори” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Карта Бакалинского района

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика