БАҠАЛЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Кәшкәләү а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Кизгән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 736 кеше; 1920 — 788; 1939 — 658; 1959 — 715; 1989 — 356; 2002 — 255; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәшкәләү урта мәктәбе филиалы), китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1721 й. билдәле. 1784 й. һәм 1794 й. араһында керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Имәнкүпер, Иҫке Имәнкүпер булараҡ билдәле булған. 1795 й. 17 йортта 84 кеше йәшәгән, 1865 й. 58 йортта — 330 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Баҡалы ҡурғандары урынлашҡан. М.Х.Хәйруллина ошо ауылда тыуған.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика