БАҠАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Баҡай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1394 кеше; 1920 — 1552; 1939 — 1667; 1959 — 1050; 1989 — 647; 2002 — 541; 2010 — 446 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Баҡай Төмәтов исеме м‑н аталған. 1716 й. һәм 1717 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Б. мишәрҙәр һәм яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. 1795 й. 30 йортта 186 кеше йәшәгән, 1865 й. 152 йортта — 849 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы, мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. Б. исеме м‑н ике ауыл теркәлгән: 1‑се Б. 560 кеше йәшәгән, мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй, 2‑се Б. — 834 кеше, мәсет, урыҫ‑башҡ. мәктәбе, 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған; улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр уҙғарылған. 1920 й. беренсеһендә 562 мишәр йәшәгән, икенсеһендә — 990 башҡорт. 30‑сы йй. алып бергә иҫәпкә алыналар. А.Х.Вәлиев, Т.О.Ган, М.Ғ.Мортазина, Р.С.Янбулатова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика