БАКЛАНОВ Юрий Григорьевич (22.6.1937, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985), БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1982). 1960 й. алып ӨПЭПБ‑ла эшләй: 1977 й. башлап капиталь төҙөлөш б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1994—2005 йй. ген. директор. Б. етәкс. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһен киңәйтеү һәм техник яҡтан яңынан йыһазландырыу тормошҡа ашырыла, был самолёттар, вертолёттар өсөн бортлы авиация ҡорамалын (ҡара: Авионика), мәғлүмәт-идара итеү системаларын, нефть сығарыу сәнәғәте өсөн электро- һәм пневмоприводтар, энергия сығанаҡтары сығымдарын иҫәпләү приборҙарын сериялы сығарыуҙы ойоштороуға булышлыҡ итә. С.П.Королёв ис. “Энергия” ракета-йыһан корпорацияһы, М.В.Хруничев ис. үҙәк (Мәскәү) проекттарында ҡатнашыу, Як-130 самолётын эшләү өсөн берекмәне яңынан үҙгәртеүгә етәкселек итә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1982). “Почёт Билдәһе” (1988), преподобный Сергий Радонежский (2007) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика