БАКЛАНОВ Пётр Яковлевич (5.7.1946, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Георгиевка а.), иҡт. географ, иҡтисадсы. РФА акад. (2003), геогр. ф. д‑ры (1987), проф. (1990). МДУ‑ның геогр. (1971) һәм иҡт. (1972) ф‑ттарын тамамлаған. 1965—66 йй. Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй. 1973—87 йй. РФА Алыҫ Көнсығыш бүлегенең Тымыҡ океан геогр. ин‑ты (Владивосток ҡ.) ғилми хеҙм‑ре, сектор мөдире, лаб. мөдире, фән б‑са дир. урынбаҫары, 1991 й. алып дир.; 1987—91 йй. СССР ФА Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәгенең Иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты (Хабаровск ҡ.) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге производствоның арауыҡ системалары теорияһын эшләү, диңгеҙ буйындағы сиккә яҡын төбәктәрҙә барлыҡҡа килгән контактлы геогр. структураларҙы айырыу м‑н бәйле. Б. терр‑яның тәбиғи-ресурс потенциалын баһалау ысулдарын һәм Алыҫ Көнсығыштың ҡайһы бер райондарының тотороҡло үҫеш стратегияһын эшләй. 300 фәнни хеҙмәт авторы. Почёт (2007), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1997) орд. м‑н бүләкләнгән. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2000).

Хеҙм.: Динамические пространственные системы промышленности: (теоретический анализ). М., 1978; Географические основы рационального природопользования. М., 1987 (авторҙ.); Дальневосточный регион России. Проблемы и предпосылки устойчивого развития. Владивосток, 2001.

А.В.Псәнчин

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика