БАКИЧ Андрей Степанович (19.12.1878, Черногория — 25.5.1922, Новониколаевск ҡ.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1922 й. ғин., Кяхта ҡ.), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1920). 1904—05 йй. рус‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Одесса пехота юнкерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1902). 1902—18 йй. һәм 1919 й. алып рус армияһында, 1918 й. февр.—майында Ҡыҙыл Армияла һәм июнь—окт. Халыҡ армияһында. 1918 й. июленән Халыҡ армияһының 2‑се уҡсылар див. (1919 й. Рус армияһының Сызрань уҡсылар див.), 1919 й. февр. башлап 4‑се Ырымбур армияһы корпусы командиры. Сент. алып Семиреченск айырым армияһының Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө командующийы, 1920 й. яҙында уның м‑н Ҡытайға сигенә. 1921 й. мартынан һәләк булған А.И.Дутов ғәскәрҙәренә етәкселек итә, майҙа Монголияла ген.‑лейт. барон Р.Ф.Унгерн фон Штернбергтың Азия корпусына ҡушыла. 4‑се дәрәжә Изге Георгий орд., Георгий ҡоралы м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Константинов С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997; Волков С.В. Трагедия русского офицерства. М., 1993; Клавинг В.В. Гражданская война в России: Белые армии. М.; СПб., 2003.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика