БАКАЛОВ Андрей Борисович (7.4.1969, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Рәсәй чемп. (1991—94). СССР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1991). Гвианала (1991), Францияла (1991), Көньяҡ Африка Респ. (1993—94) халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1988), СССР профсоюздары ДСО‑һы беренселеге еңеүсеһе (1986). РСФСР (1991), Рәсәй (1992—94) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика