“БАКАЛИНСКИЕ ЗОРИ” (“Баҡалы таңдары”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ауыл таңдары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Баҡалы р‑ны Баҡалы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Авыл таңнары” – “Ауыл таңдары”) телдәрендә сыға. 1931 й. сент. татар телендә “Ударчы” (“Ударсы”), 1933 й. алып – ш. уҡ урыҫ телендә “Знамя ударника” (“Ударсы байрағы”), 1955 й. – “К коммунизму” һәм “Коммунизмга” (икеһе лә – “Коммунизмға”), 1965 й. – “Знамя коммунизма” һәм “Коммунизм байрагы” (икеһе лә – “Коммунизм байрағы”), 1990 й. – “Сельские зори” һәм “Авыл таңнары” (икеһе лә – “Ауыл таңдары”) булараҡ нәшер ителә; 2006 й. башлап хәҙерге исемдәр м‑н баҫыла. 2006 й. алып ай һайын башҡ. телендә “Мираҫ” исемле ҡушымта сығара. 1963–64 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018