БАЙЫШЕВА Зилә Вәғиз ҡыҙы (25.5.1961, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) 26‑сы урта мәктәп (Өфө) уҡытыусыһы. 1988 й. алып — ӨЮИ‑ла, 2005 й. — Ырымбур ун‑тының Өфө филиалында, 2009 й. — БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 19 б. 2‑се ярт. урыҫ суд телмәре оҫталығына, юридик риториканы уҡытыу методикаһына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ вуздар өсөн урыҫ теле һәм юриспруденцияла телмәр мәҙәниәте б‑са дәреслек авторы.

Хеҙм.: Язык и стиль обвинительных речей А.Ф.Кони. Уфа, 2006; Частотные словари судебных выступлений А.Ф.Кони. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика