БАЙЫШЕВ Фәнил Нафиҡ улы (15.1.1956, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Монас а. — 6.1.1993, Өфө), тел белгесе. Тарих ф. канд. (1992). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Йемен Респ. тәржемәсе булып эшләй, 1987 й. алып ТТӘИ‑лә (1992 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). Р.Ф.Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге б‑са хеҙмәттәр, Ҡөрьән һәм ғәрәп телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар авторы. Ҡөрьәнде башҡ. телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнаша (1993, “Ҡөрьән‑Кәрим”). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994).

Хеҙм.: Общественно‑политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова. Уфа, 1996.

Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика