БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы (15.8.1886, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а. — 4.11.1974, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1906 й. алып тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡытыусы, 1925 й. — “Крестьянская газета” гәз. (“Крәҫтиән гәзите”, Мәскәү) хәбәрсеһе, 1927 й. — БАССР‑ҙың Мәғариф ХК инспекторы. 1933—57 йй. ТТӘИ‑лә эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. диалектологияһы һәм лексикографияһына арналған. 30—50‑се йй. башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү б‑са фәнни экспедицияларға етәкселек итә. “Башҡорт теле диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” (“Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку”; 1955; 2‑се баҫма, 2006) монографияһы авторы; урыҫса-башҡортса (1948), башҡортса-урыҫса (1958) һүҙлектәр, ботаника, урман эше, зоология, физика, математика б‑са урыҫса‑башҡортса терминология һүҙлектәрен, башҡ. мәктәптәре өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әҙәбиәтте төҙөүсе һәм уларҙың мөхәррире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Хеҙм.: Дөрөҫ яҙыу күнегеүҙәре. М., 1930; Саратов һәм Куйбышев өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләше буйынса ҡайһы бер материалдар //Вопросы башкирской филологии. М., 1959.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика