БАЙЫШЕВ Булат Таһир улы (1.4.1927, Өфө — 14.7.2012, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). Т.Ғ.Байышевтың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй; 1957 й. алып А.П.Крылов ис. Бөтә Рәсәй нефть-газ ҒТИ‑нда (Мәскәү): 1959 й. алып лаб. етәкс., 1974 й. — бүлек мөдире, 1987 й. — лаб. мөдире, 1999 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре нефть, нефть-газ һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү процестарын проектлау, анализлау һәм көйләүгә, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген гидродинамик ысулдар м‑н арттырыуға арналған. Б. етәкс. БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре, Ҡаҙағстан, Ираҡ, Һиндостан һ.б. илдәрҙең нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проекттары төҙөлә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Хеҙм.: Регулирование процесса разработки нефтяных месторождений. М., 1973 (авторҙ.); Гидродинамические методы увеличения нефтеотдачи. М., 1993 (авторҙ.).

Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика