БАЙЫШ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. тиклем 4—3 мең йыллыҡ — б.э. 13—14 бб. археологик ҡомартҡылары. Баймаҡ р‑нының Байыш а. янында урынлашҡан. 1864 й. Р.Г.Игнатьев тарафынан асыла, 1962 й. М.Х.Садиҡова, 1969 й. М.Ш.Рәжәпов, 1977 й. Р.Б.Исмәғилев, 1991—92 йй. һәм 1995—97 йй. А.Ф.Йәминев, 1996—97 йй. Н.С.Савельев тикшерә. Байыш археологик микрорайонына инә. 117 ҡурған асылған. Иң боронғоһо энеолит дәүеренә ҡарай һәм хронологик йәһәттән Суртанды мәҙәниәте һәм Абаш мәҙәниәте ҡомартҡылары араһында Башҡортостандың Урал аръяғындағы берҙән‑бер ҡомартҡы булып тора. 7—10 рәткә һалынған яҫы плиталарҙан таш ҡойма (11×9,5 м) м‑н уратылған сатыр формаһындағы ағас бағаналы ҡоролма (7,5×6,5 м) табылған. Көнсығышта эре таш плиталар м‑н аныҡ һыҙылған инеү урыны урынлашҡан. Көнбайыш—Көнсығыш һыҙаты б‑са урынлашҡан овал формаһындағы ҡәбер соҡоронда кеше һөйәктәре табылған. Керамика ҡыя тешле тамға һәм горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө йомортҡа формаһындағы һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәргә һөйәктән яһалған сулпылар, саҡматаш ҡырғыс, охра киҫәктәре, баҡыр тишкес һалынған. Алакүл мәҙәниәтенә һәм Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған 20 Б.ҡ. бронза быуатына тура килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡурған өйөмдәренең (диам. 30 м, киңлеге 2 м тиклем), ерләү камераларының ғәйәт ҙур булыуы, һуңғы юлға оҙатыу әйберҙәренең төрлөлөгө м‑н (эш ҡоралдары, биҙәгестәр, ҡорал предметтары) айырыла. Ҡурғандар янында менгир “аллеялары” йәки айырым менгирҙар урынлашҡан. 30 Б.ҡ. иртә тимер быуаты дәүеренә ҡарай. Ерләү материалдары көнсығыш тибындағы бронза көҙгөләрҙән, Урал аръяғы урман‑ялан һәм ялан саҡтары (ҡара: Саҡтар) халҡының үҙ‑ара йоғонтоһон иҫбатлаусы суҡыш формаһындағы, таштан яһалған ҡорбан килтереү михрабынан, тальк ҡушылған, балсыҡтан әүәләнгән керамика өлгөләренән тора. Ҡайһы бер ҡурған өйөмдәре эргәһендә таш стелалар бар. 2 “мыйыҡлы” Б.ҡ. (дуға формаһындағы, ситтәрендә түңәрәкләгән майҙансығы булған таш ҡоролма) иртә Урта быуат дәүеренә ҡарай. Һуң Урта быуат дәүеренә (б.э.13—14 бб.) 20 ҡурған тура килә. Уларҙың күпселегенә оҡшаш ҡурғандар Ҡаҙағстан, Арал диңгеҙе буйы һәм Көньяҡ Себер далаларында бар.

Б.ҡ. материалдары Ғилми‑производство үҙәге фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Яминов А.Ф., Савельев Н.С. Разведочные работы в Баишевском микрорайоне //Археологические открытия 1996 г. М., 1997; Яминов А.Ф., Савельев Н.С., Псянчин А.В. Баишевский микрорайон: итоги и перспективы этноархеологических исследований в Башкирском Зауралье //Интеграция археологических и этнографических исследований. Омск; Уфа, 1997.

Н.С.Савельев, А.Ф.Йәминев

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика