БАЙЫШ АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Баймаҡ р‑ны сиктәрендә Оло Урғаҙа й. (уға Бүреле й. ҡойған урынға тиклем) басс. урынлашҡан таш быуат — һуң тимер быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Ирәндек һыртының көньяҡ осондағы тау итәктәрендәге далаларҙы биләй. Майҙаны — яҡынса 150 км2. Б.а.м. таш эшкәртеү оҫтаханалары, ҡәберлектәр һәм торамалар инә. 189 археологик ҡомартҡы һәм 14 этноархеологик объект (ҡара: Этноархеология) табылған. Байыш таш эшкәртеү оҫтаханалары өҫкө палеолитнеолитҡа ҡарай. Ҡараһаҙ һәм Оло Урғаҙа йй. өҫкө киртләстәрендә урынлашҡан. 1996 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәге экспедицияһы тарафынан асыла һәм тикшерелә. Йәшмәле ҡурған, Кәрешкә, Үҙән, Һарыташ оҫтаханалары табылған. Табылдыҡтар көлһыу йәшел йәшмә әйберҙәрҙән (нуклеустар, сүкештәр, отщептар, ҡырғыстар һ.б.) тора. Ҡәберлектәрҙе 117 Байыш ҡурғаны тәшкил итә. Б.а.м. 10 торамаһы (Улаҡ I, Һарыташ һ.б.) бронза быуатына ҡарай. Этноархеологик объекттар 17—19 бб. ҡараған торамаларҙан һәм ерләү ҡомартҡыларынан тора. Тирмәгә оҡшаш торлаҡ ҡоролмалары ҡалдығы табылған. Б.а.м. материалдары Ғилми‑производство үҙәге фондтарында һаҡлана. Шулай уҡ ҡара: “Ирәндек”.

Әҙәб.: Яминов А.Ф., Савельев Н.С. Разведочные работы в Баишевском микрорайоне //Археологические открытия 1996 г. М., 1997; Яминов А.Ф., Савельев Н.С., Псянчин А.В. Баишевский микрорайон: итоги и перспективы этноархеологических исследований в Башкирском Зауралье //Интеграция археологических и этнографических исследований. Омск; Уфа, 1997.

А.Ф.Йәминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика