БАЙЫШ, Ҡасимғол, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәммәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 505 кеше; 1920 — 756; 1939 — 447; 1959 — 399; 1989 — 536; 2002 — 581; 2010 — 505 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Йомаш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡасимғол (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Ислам һәм Миңлиш Ҡасимғоловтар теркәлгән) исеме м‑н нигеҙ һала, 1812 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й.) алып билдәле. 1816 й. Йомаш а. Байыш Аҡҡусҡаров етәкс. бер нисә ғаилә күскәндән һуң, Б. исеменә үҙгәртелә. 1866 й. 77 йортта 452 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән. Ауыл эргәһендә Байыш ҡурғандары урынлашҡан. Т.М.Дәүләтшин, Б.М.Исҡужин, Р.Ф.Йәнбәков ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика