“БАШҠОРТ ДАЙСАЛАРЫН ЫҘАНЛАУ ТУРАҺЫНДА ПОЛОЖЕНИЕ” (“Положение о размежевании башкирских дач”), башҡ. дайсалары эсендәге ер биләмәләрен аҫаба башҡорттар (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы), керҙәштәр һ.б. араһында бүлеү тда закон. 1898 й. 20 апр. ҡабул ителә. Николай II тарафынан раҫлана. Документҡа ярашлы һәр башҡ. ауыл йәмғиәтенә ер бүлеп бирелә: аҫабаларға йән башына — 15әр, керҙәштәргә 7,5әр дисәтинә. Терряның бер өлөшө дәүләт запасына бирелә, ҡалғаны аҫаба башҡорттарҙың йән башына бүленеүҙән азат фондты тәшкил итәһәм һатылырға йәки ҡуртымға бирелергә тейеш була. Закондыңҡайһы бер пункттары 1863 й. 14 майындағы “Башҡорттар тураһында положение” ны тулыландыра: ерҙе файҙаланыу бса мәсьәләләрҙе хәл итеү земство участка нач. йөкмәтелә; аҫабаларҙың 2/ 3 өлөшө ризалашҡан осраҡта ғына, дәүләт учреждениеһы һәм крәҫтиән общиналарына һатыу һәм ҡуртымға биреү рөхсәт ителә; йән башына бүлеп бирелгән буш ерҙәрҙе алыу нормалары ҡуйыла (бер кеше 15 дисәтинәнән ашыу ер һатып ала алмаған, ҡуртымға — 30 дисәтинәнән ашыу); аҫаба башҡорттоң йән башына бүлеп бирелгән ерен һатыу тыйыла; ҡуртым килешеүе оҙайтылмаған осраҡта ер биләүсе күскенселәрҙең сығымдарын ҡапларға тейеш була һ.б. Ыҙанлау үткәреүөсөн ыҙан комиссиялары (Өфө, Пермь, Ырымбур) төҙөлә, уларға ш. уҡ ер бәхәстәрен хәл итеү, билдәләр ҡуйыу юлы мн бөтә сиктәрҙе раҫлау, документтар алып барыу йөкмәтелә. Ыҙанланырға тейешле һәр дисәтинә ер өсөн аҫаба башҡорттарҙан, хәрби керҙәштәрҙән, губерна дәүләт мөлкәте идаралығынан һәм удел округтарынан аҡса (24 тин) алыу ҡарала.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика